Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2011, 15:18

Айыҡ тормош өсөн

«Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт ойошмаһы БР Хөкүмәте, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәҙәниәт, Мәғариф минис­трлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә «Айыҡ­лыҡ – тормош нормаһы» тип атал­ған өс көнлөк семинар үткәрә. Өфө, Нефтекама, Белорет ҡалаларының уҡыу йорттары, предприятиелары, администрацияларында эскелеккә ҡаршы лекциялар менән РФ Дәүләт Думаһының алкоголь буйынса эксперт советы ағзаһы, «Ха­лыҡ айыҡлығы өсөн көрәш сою­зы» йәмғиәте рәйесе, профессор Владимир Жданов сығыш яһаясаҡ. Ғалим республикала эскелеккә ҡаршы төбәк сәйәсәте мәсьәләләрен асыҡлау маҡсаты менән БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашасаҡ.

«Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт ойошмаһы БР Хөкүмәте, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәҙәниәт, Мәғариф минис­трлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә «Айыҡ­лыҡ – тормош нормаһы» тип атал­ған өс көнлөк семинар үткәрә.
Өфө, Нефтекама, Белорет ҡалаларының уҡыу йорттары, предприятиелары, администрацияларында эскелеккә ҡаршы лекциялар менән РФ Дәүләт Думаһының алкоголь буйынса эксперт советы ағзаһы, «Ха­лыҡ айыҡлығы өсөн көрәш сою­зы» йәмғиәте рәйесе, профессор Владимир Жданов сығыш яһаясаҡ. Ғалим республикала эскелеккә ҡаршы төбәк сәйәсәте мәсьәләләрен асыҡлау маҡсаты менән БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашасаҡ.
Читайте нас: