-11 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2011, 13:43

Баланы һәләк итеүселәр язаһын алды

Быға тиклем, йәғни былтырғы июндәге суд ултырышында Кушнаренко районының Рәсмәкәй ауылынан өс йәшлек Матвей Катеренчукты уллыҡҡа алып, уны даими туҡмап, һәләк иткән ғаилә башлығы менән уның улын өс йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарылғайны. Әммә Башҡортостан прокуратураһы талабы буйынса хөкөм ҡәтғиләштерелде. 20 ғинуарҙа суд ғаилә башлығы Марс Сәфәрғәлиевты биш йылға иркенән мәхрүм итте. Улы Марселдең срогы ике айға ҡыҫҡарҙы. Ғаиләләге ҡатын-ҡыҙҙар быға тиклем шартлы срок менән генә ҡотол­ған булһа, был юлы суд Зөлфиәне – 4,5 йылға, ҡыҙҙары Юлиәне 4 йылға рәшәткә артына оҙатты.