-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2011, 20:05

«Террорсы» – ун йәшлек ҡыҙ!

Чечняла ла, Америкала ла йәшәмәйбеҙ шикелле, әммә «террорсылар»ҙың йәше һаман йәшәрә барыуына иҫең китер: 14 ғинуарҙа Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығының дежур часына 25-се дөйөм урта мәктәпкә бомба һалыныуы тураһында ике тапҡыр шылтыраталар. Оператив төркөм шунда уҡ мәктәпкә юллана һәм ашығыс рәүештә уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы эвакуациялай.

Бәхеткә күрә, шартлатҡыс табылмай. Милиция хеҙмәткәрҙәре шылтыратыусыны асыҡлауға тотона һәм ... ул 10 йәшлек кенә ҡыҙ булып сыға. Уйнап түгел, уйлап эшләнгән хаслыҡ булып сыға был эш. Уның һөйләүе буйынса, бер көн алдан әхирәте менән аралары боҙолоша ла, ҡыҙсыҡ унан шул рәүешле үс алырға була.
Хәҙер ҡыҙҙарының ҡылығы өсөн ата-әсәләренә яуап бирергә тура киләсәк.