Республика Хөкүмәтендә бер төркөм гүзәл затты «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Биш һәм унан да күберәк бала тапҡан әсәләргә юғары дәүләт наградаһын БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов тапшырҙы.
Ул, залдағыларҙы тәбрикләп, ишле бала тәрбиәләү – оло ҡаһарманлыҡ, тип билдәләп, ғаиләләргә дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙамға туҡталды. Бөгөн республикабыҙҙа күп балалы 33 мең ғаиләлә 110 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә. Иң һөйөнөслөһө – уларға дәүләт тарафынан льготалар булдырылыуы. Күмәк балалы ғаиләләрҙең һәр береһенә, айлыҡ пособиеларҙан тыш, коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәргә, юл йөрөүгә, туҡланыуға льготалар ҡаралған. Биш һәм унан да ишлерәк бала үҫтереүселәргә торлаҡ сертификаттары тапшырылыуы – ғаилә өсөн ҙур ярҙам. Һуңғы ике йылда был бәхеткә 48 ғаилә лайыҡ булған. Ошо маҡсатта бюджеттан 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ә инде туғыҙ балалы ғаиләләргә тәғәйенләнгән «ГАЗель» микроавтобустары алтмыштан ашыу ғаиләгә бирелгән.
Дәүләттең иғтибарын тойғанға ла республикабыҙҙа сабыйҙар һаны арталыр, күрәһең. «Әсәлек капиталы»н алыу буйынса республикабыҙҙың лидерҙар рәтендә булыуы ла шуға ишара.
Бүләкләнеүселәр араһында ниндәй генә һөнәр эйәһе юҡ ине: вожатыйҙар, уҡытыусылар, хакимиәт идарасыһы, мәҙәниәт йорто директоры һ.б. Иң һоҡландырғаны – Учалы районының Сәфәр ауылынан Зөлфиә Гәрәева, Бөрйән районының ҡолғона ауылынан Гөлнур Мөхәммәтова кеүек әсәләрҙең балалар баҡсаһында эшләүе. Үҙҙәре ишле бала үҫтереп тә, бүтән сабыйҙарҙы ҡарарға көс, ваҡыт тапҡан ханымдар маҡтауға лайыҡ.
Ә бына Рәсимә Хәбибуллина Саҡмағош районынан килгән. Ул районда ғына түгел, республика кимәлендә танылған, данлыҡлы «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативында һауынсы булып эшләй.
– Хеҙмәтемдән йәм табам. Эшкә ашҡынып барам, балаларымды, иремде, йортобоҙҙо һағынып ҡайтам, – ти ул, шатлығы менән уртаҡлашып.
Тормошоң менән ҡәнәғәт булыуҙан да ғәзизерәк йәнә ни бар һуң?! Ябай ғына ошо һүҙҙәрҙә бәхет үҙе сағыла бит.
Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.