Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2011, 14:18

Яңы министр райондар менән таныша

Республиканың ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарына сәфәре барышында малсылыҡ фермаларында, мал аҙығы ихаталарында, иген келәттәрендә, машина-трактор парктарында булды, хужалыҡ етәкселәре, белгестәр менән аралашҡанда мал ҡышлатыу барышы, мал аҙығы, орлоҡ, яғыулыҡ менән тәьминәт кимәле, хеҙмәт хаҡы, ауыл хужалығы предприятиеларының киләсәге менән ҡыҙыҡһынды.

Алда торған яҙғы баҫыу эштәре темаһын күтәреп, министрлыҡта яҙғы сәсеү эштәрен үткәреү буйынса штаб булдырыласағы һәм килеп сыҡҡан бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса шунда мөрәжәғәт итергә кәрәклеге тураһында белдерҙе. Ейәнсура районында министр биш хужалыҡта булып, уларҙа йәйге ҡоролоҡҡа бәйле килеп сыҡҡан проблемалар менән танышты. Күгәрсен районында алты ауыл хужалығы предприятиеһында һәм бер крәҫтиән-фермер хужалығын ҡарап сыҡты.
Читайте нас: