Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2011, 14:21

Шаран районында яңы АЗС асылды

Шаран ауылы менән Туймазы ҡалаһын тоташтырыусы автомобиль трассаһынан Октябрьский ҡалаһына, шулай уҡ уның аша Һамар, Тольятти йәки ҡаҙанға барыусы транзит автотранспорт та файҙалана.

Шаран районынан байтаҡ халыҡ көн һайын иртән Туймазы ҡалаһына эшкә юллана һәм кисен кире әйләнеп ҡайта. Районда еңел автомобилдәр паркы ла йыл һайын һиҙелерлек тулылана. Һәм бығаса Шаран ауылында ғына яғыулыҡ ҡойорға мөмкин ине. Хәҙер был юлдағы Салмалы ауылында районда беренсе шәхси автозаправкалау станцияһы асылды. Автоһәүәҫкәрҙәр АЗС-ты үҙ итеп тә өлгөрҙө. Сөнки бер литр бензиндың хаҡы бында бер һумға тиерлек арзаныраҡ.
Яңы заправка асылыуы арҡаһында өлөшләтә мәшғүллек мәсьәләһе лә хәл ителгән – унда биш кеше эшкә урынлашҡан.
Читайте нас: