Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2011, 13:34

Сармат алтынының вариҫы кем?

Үәт, әй!Башҡортостанда... сарматтар ҙа йәшәйБөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында республикабыҙҙың ҡайһы бер төбәктәрендә... сарматтар йәшәүе асыҡланған. Переписчик милләт тураһында мәғлүмәтте граждандың һүҙҙәренән сығып ҡына яҙа ала, тип алдан күп тапҡыр әйткәйнек инде. Бына шул рәүешле замананың яңы сарматтары барлыҡҡа килгән. Уларҙың теүәл һаны рәсми һөҙөмтәләр яһал­ғас билдәле буласаҡ.

Үәт, әй!
Башҡортостанда... сарматтар ҙа йәшәй
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында республикабыҙҙың ҡайһы бер төбәктәрендә... сарматтар йәшәүе асыҡланған. Переписчик милләт тураһында мәғлүмәтте граждандың һүҙҙәренән сығып ҡына яҙа ала, тип алдан күп тапҡыр әйткәйнек инде. Бына шул рәүешле замананың яңы сарматтары барлыҡҡа килгән. Уларҙың теүәл һаны рәсми һөҙөмтәләр яһал­ғас билдәле буласаҡ.
Әйткәндәй, сарматтар – беҙҙең эраға тиклем өсөнсө, беҙҙең эраның дүртенсе быуаттарында Тобол һәм Дунай буйҙары далаларында йәшәүсе иран телле ҡәбилә. 1988 йылда Өфө археологы Анатолий Пшеничнюк етәкселегендәге экспедиция Филиппов ҡурғанында «сармат алтындары»на юлыға. Ике урындан дөйөм ауырлығы утыҙ килограмға еткән ысын сәнғәт әҫәре булырлыҡ алтын менән ҡапланған ағас болан һындары, биҙәүестәр, һауыт-һаба, ҡорал, сбруя табыла. Әле улар, Башҡортостан брендтарының береһенә әүерелеп, Өфө ғилми үҙәгенең археология һәм этнография музейында һаҡлана. Ғалимдар шуны ла фәнни яҡтан асыҡлаған: башҡорттарҙың Понтий тибы (ҡуңыр йөҙ, сусайып торған танау һәм матур күҙ) сарматтар менән бәйләнгән булыуҙы күрһәтә. Бик боронғо һәм эшсән, яугир халыҡ булған ул сарматтар.
Анатолий Пшеничнюк белдереүенсә, бөгөн үҙеңде боронғо халыҡ тоҡомо итеп күрһәтеү модаға инеп бара. Йәмғиәттә лә, халыҡ ни тиклем боронғораҡ, шул тиклем аҡыллы, цивилизациялы, тигән стереотип йәшәп килә. Шуға ла бөгөнгө замандаштарыбыҙҙың ҡайһы берҙәренең үҙҙәрен сармат тип күрһәтергә теләүенә аптырарға түгел.

А. ЗИННУРОВА.


«Сармат алтыны»... 1987 – 1988 йылдар­ҙа билдәле археолог А. Пшени­ч­нюк етәкселегендәге экспедиция тарафынан беҙҙең эраға тиклемге V – IV бы­уаттарға ҡараған Филиппов ҡурғанынан ҡаҙып алынған уникаль алтын әйберҙәр фәнни донъяға шундай исем менән килеп инде. Был табыш донъя әһәмиәтендәге фәнни асыш, тип ҡабул ителде. Шуны ла өҫтәргә кәрәк: ул дала Евразияһының эре мәҙәни, иҡтисади һәм сәйәси үҙәге һанал­ған Көньяҡ Уралға ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итте. Бөгөн төбәктең боронғо тарихы тураһында бер генә яҙма ла табышты телгә алмайынса ҡалмай. Әммә әлегә тиклем хазинаның ысын хужаһы кем булыуы, артабан уның кемгә мираҫ ителгәне хаҡындағы һорауға тулыһынса яуап табылмаған. Гәзит уҡыусы­ларҙы ошо темаға ҡағылышлы уй-фекерҙәр менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Филипп ҡурғаны ярайһы уҡ ҙур ғына: диаметры 80 – 100 метр тирәһе, бейеклеге 6 – 9 метрға етә. Археологтар уны, батшаныҡы, тип атай, юғары вазифалы кешеләр күмелгән урындыр, тигән фараз бар. Мәҫәлән, беренсе ҡурғандың үҙәгендә ике метр тәрәнлектә 21x19 метр тәшкил иткән ҡәбер-камера табылған. Уның стенаһы ваҡытында бурап яһалған, ер өҫтө өлөшө лә бүрәнәләр­ҙе рәткә теҙеп һалып ябылған. Камераға оҙон, тар, түбәнәйә барған коридор аша инәһең. Уның ишектәренең эҙе лә күренә. ҡурған борондан уҡ «күпте күргән», шулай ҙа эсендәге йөҙләгән алтын һәм бронза әйберҙең ярсыҡтары бында хазинаның бай булыуын раҫлай. ҡурғанды төҙөүселәр, замандаштарының уны талау хәфеүен күҙаллап, ҡәбер камераһы янында бер метр тәрәнлектә йәшерен соҡор ҡаҙып, хазина тултырылған һандыҡты шунда күмгән. Һандыҡта 26 алтын болан һыны, алтын көршәк, тышы ҡатмарлы биҙәк менән һыр­ланған (унда һыбайлы, болан, балыҡ, айыу, ҡош һындары төҫмөрләнә) бик күп ағас һауыт һаҡлан­ған.
ҡатмарлы конструкциялы зыярат өҫтөндә заманында 100 квадрат метр майҙанды биләп торған бейек бура торған. Тәүҙә ҡурғандың көмбәҙле мөһабәт пирамиданы хәтерләтеүе шик ҡалдырмай. Ваҡыт үтә килә бура нигеҙ серегән, уны «тотоп» торған тупраҡ ишелгән. Һөҙөмтәлә алты метр самаһы тәрәнлектәге, ҡырҡ метр киңлектәге соҡор барлыҡҡа килгән.
2004 йылда ҡурғанда Мәскәү профессоры Л. Яблонский булған. Уның экспедицияһы тиҫтәнән ашыу ҡурғанды тикшереп, уларҙың үрҙә телгә алынған беренсе ҡурғанға оҡшаш булыуын белдергән.
Көньяҡ Уралда бөгөн Филипп ҡурғанына оҡшаш унлаған ҡаҙылған ҡурған бар (Хәйбулла районында, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрендә). Урал төбәгендәге бейеклеге – 18, диаметры 160 метрлыҡ ҡурған да иғтибарҙы йәлеп итә. Билдәле ҡурғандар араһында ул иң ҙуры һәм, тикшеренеүселәр мотлаҡ яңы табыштар ҡаҙып сығарыр, тип өмөт итәйек.
Көньяҡ Уралдағы иртә тимер быуатҡа ҡараған бөтә ҡурғандарҙы дала Евразияһында урынлашҡан меңдәрсә оҡшаш ҡомартҡынан тыш баһалау мөмкин түгел. Ғалимдарҙың күбеһе уларҙы һундар (Монголия), һаҡтар (ҡаҙағстан, Көньяҡ Себер), скифтар (Төньяҡ ҡара диңгеҙ буйы) менән бәйләй. Боронғоноң был байлыҡтарын ниндәй ҡәбиләләр ҡалдыр­ған? Улар боронғо башҡорттарға нисектер бәйлеме? Уҡыусыларҙа ошондай һорауҙар тыуыуы тәбиғи. Ә ысынлап та, туранан-тура бәйле бит!
Көньяҡ Уралдағы ҡәбиләләр хаҡында иң боронғо һәм теүәл мәғлүмәттәр беҙҙең эраға тиклемге V быуат тирәһенә барып тоташа. Грек тарихсыһы Геродот ҡырым ҡалаларының береһендә йәшәгәнендә күп хеҙмәт яҙа. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, уға мәғлүмәт биреүселәр араһында скифтар ҙа булған. Нәҡ бына улар ғалим­ға Ра (хәҙерге Волга) йылғаһынан көнсығышҡа табан, Рифей тауҙарының (Урал) тау-урман биләмәһендә даи (даик, дахо тип тә йөрөтәләр), исседон, аримасп, аргиппей, иирк, көньяҡтараҡ ихсак, массагет ҡәбиләләре йәшәүен еткерә. Ошо һанап үтелгән ҡәбиләләр араһында беҙҙе даи этнонимы ҡыҙыҡһындыра. Ул башҡорттоң яйыҡ (йайыҡ) төркөмөнә, шул исемдәге йылға атамаһына бик яҡын. Әйткәндәй, Джаик гидронимы тәү тапҡыр беҙҙең эраның II быуатында Птолемей картаһында дөп-дөрөҫ теркәлгән. Даи (Геродот буйынса) менән Джаиктың (Птолемейса) бер тамырлы булыуына шикләнергә лә түгел. Даи ҡәбиләһенең Яйыҡ буйы бассейнында оҙаҡ йылдар йәшәүе «Йайыҡ» – «Джаик» гидронимы килеп сығыуға ла булышлыҡ иткәндер. Был иһә шул осорҙа даи халҡының Көньяҡ Уралда иң эре ҡәбилә булыуын күрһәтә. Беҙҙең эра башындағы Рим географтары карталарында даи ҡәбиләһен Каспий диңгеҙенең көньяҡ ярына «урынлаштыра». Был беҙгә, Көньяҡ Урал даилары Каспий буйы даилары менән бәйле, тип уйларға мөмкинлек бирә. Ошонан сығып, уларҙың Уралға күсеп килгән халыҡ икәнен һиҙемләү ауыр түгел. Был ҡәбилә Геродот билдәләгәнсе үк күсенгән була. Ергә ерегеп, аҫаба халыҡҡа әйләнәләр. Артабанғы йөҙ йыллыҡтарҙа көн итеүсе ҡәбиләләр менән генетик бәйләнеше гидроним атамаһында ғына түгел, ә хәҙерге Ырымбур башҡорттары араһында «йайыҡ» этнонимы һаҡланып ҡалыуында ла асыҡ сағыла. XX быуаттың 70-се йылдарында С. Миржанова тарафынан «йайыҡ» һүҙенең этноним булараҡ теркәлеү факты ла ошоно раҫлай. Был бәйләнештәр башҡорттоң боронғо тарихында күп кенә серҙе сисеүҙә асҡыс булып тора.
Миҫалға халҡыбыҙҙың бөйөк «Урал батыр» эпосын килтерергә мөмкин. Ул идея-композиция яғынан, геройҙарҙың исеме, эштәре менән «Авеста»ға – бик борондан алып VIII быуатҡаса Урта Азия, Иран, Афғанстанда рәсми һаналған зороастризм диненең төп тексына яҡын. Был яҡынлыҡ хәҙер дөйөм ҡабул ителгән һәм тикшеренеүселәр «Урал батыр»ҙың ошо диндең көслө тәьҫирендә яҙылғанлығын бер тауыштан белдерә. Зороастризм буйынса донъя ике ҡапма-ҡаршылыҡтың – яҡшылыҡ менән яуызлыҡтың – берҙәм көрәшенән тора. Яҡшы эштәр башында – Ахура Мазда, ә яман көстәрҙе Ахриман етәкләй. ҡағиҙә булараҡ, тәүгеһен ҡояш менән тиңләйҙәр, икенсеһе – ер аҫты батшалығы. Беҙҙең эпосыбыҙ ҙа ошо принцип буйынса яҙылған. Урал батыр, изгелек ҡылыусы булараҡ, Шүлгән менән алыша. «Авеста»ла Һомай, ҡәһҡәһә, Сура батырға оҡшаш исемдәр ҙә бар: Йима, Дахака, Ардви-Сура. Был персонаждар айырым тәбиғәт күренештәренең «ҡурсалаусы»һы булған. Мәҫәлән, Һомай менән Йима ҡоштар һәм хайуандар батшалығы хакимдары тип бирелгән. Бындай исемлекте дауам итергә мөмкин. ҡайһы бер сағыштырыу материалдары күрһәтеүенсә, эпостың дини инаныу­ға бәйле идея-композицияһы һуңғы әҙәбиәт, Ислам йоғонтоһонда бер аҙ юғалтылһа ла, тергеҙеү мөмкинлеге лә бар. Шунан сығып, Йайыҡхан – һыу стихияһын яҡлаусы – образына күҙ һалайыҡ. Эпоста Йайыҡ Урал батырҙың улы һәм тәбиғәтте үҙгәртеү һәләте булған мөһим сифатлы итеп бирелә. Йайыҡ ата­һы­ның булат ҡылысы менән тауҙы ярып, һыу сығара, артабан был йылға уның исеме менән йөрөтөлә башлай. Хәҙер Урал исемен алған. Алтай халҡы фольклорында һәм дини инаныуҙарындағы мифик герой – Йайыҡхан да һыу стихияһының «эйә»һе, үҙенең һыуҙары менән бөтә ҡоро ерҙе ҡаплап, барлыҡ бысраҡлыҡты йыуып түгә алған. Алтайҙар уның хөрмәтенә ҡорбан килтергән. Шуныһы бар: Алтайҙа Яйыҡ, Йайыҡ исемле йылғалар бөтөнләй юҡ. Ул беҙҙә генә. Әммә башҡорттарҙа Йайыҡхан юҡ, уға арналған йолалар ҙа таныш түгел. Ошо проблема өҫтөндә күп йыллыҡ эҙләнеүҙәр Алтай халҡында Йайыҡхан тураһында инаныуҙар Көньяҡ Урал ҡәбиләләре араһында «тыуған» тигән фекергә килтерҙе. Уны Алтайға беҙҙән күсеп киткән ҡәбиләләр, бәлки, боронғо башҡорттарҙың бер өлөшө, алып барғандыр. Был фараздың раҫланыуына өмөтләнәбеҙ.
Шуныһын да әйтергә кәрәк: Көньяҡ Уралда дини инаныуҙар системаһы, шул иҫәптән иртә тимер осоронда һәм урта быуаттарҙа күмеү йолаһы, башҡорт фольклоры һәм ғөрөф-ғәҙәттәрендә, әҙәбиәттә асыҡ эҙ ҡалдырған.
Иртә тимер быуатындағы Көньяҡ Урал халыҡтары тарихына күп кенә ғалимдар хеҙмәттәрен бағышлаған. Мәҫәлән, билдәле шәрҡиәтсе В. Бартольд яҙыуынса, Птолемей картаһында (беҙҙең эраның II быуаты) күрһәтелгән Йайыҡ йылғаһы атамаһы – иң дөрөҫ теркәлгән төрки һүҙе. Ул, даи ҡәбиләһе иҫке төркисә һөйләшкән, тип һанаған. Совет төркиәтсеһе С. Малов та, Бартольдтың фекере менән килешеп, хатта шул осорҙоң Көньяҡ Урал ҡәбиләләре боронғо башҡорт телендә һөйләшкәнен иҫбат иткән. Был ҡарашты үҙ хеҙмәттәрендә ҡаҙан ғалимдары М. Зәкиев менән Ф. Ғарипова ла, Рәсәйҙең башҡа ғалимдары ла үҫтерә. Археолог, этног­раф һәм антрополог С. Руденко үҙенең «Башҡорттар» (1916, 1925, 1955 йылдарҙа баҫылып сыға) китабында иртә тимер быуатында Көньяҡ Уралда йәшәүселәр (даи, иирк, исседон һ.б.) хәҙерге башҡорттарҙың туранан-тура ата-бабаһы булыуын ныҡлы ышаныс менән яҙған. Дала Евразияһы тарихы белгесенең фекеренсә, шул ҡәбиләләрҙең берҙәм боронғо башҡорт теле, физик тибы, хужалыҡ алып барыуы нигеҙендә тупланып нығыныуы беҙҙең эраның беренсе быуаттарына тура килә. Артабан ошо биләмәләге ҡатмарлы күсенеү процестары башҡорттарҙың физик төрөн дә, телен дә, көнкүрешен дә үҙгәртмәгән.
ҡыҫҡаһы, боронғо ата-бабаларыбыҙ беҙгә үҙенсәлекле мәҙәниәт ҡалдыр­ған. Филипп ҡурғанында табылған алтын-көмөш, бронза, тимер һәм ағас әйбер­ҙәр тупланмаһы шуның дәлиле булып тора. Был табышҡа хәҙер бөтә донъя һоҡлана. Шуныһын да оноторға ярамай: ҡомартҡыларҙың ҡайһы берҙәре Көньяҡ Уралға – боронғо башҡорт иленә – Фарсы (Иран), Хорезм (Урта Азия), ҡаҙағстан яҡтарынан сауҙа-мәҙәни бәйләнештәр һөҙөмтәһендә килгән һәм халҡыбыҙ мәҙәниәтенең алмаштыр­ғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән. Нәҡ ошо башҡорттарҙың донъя кимәлендә юғары ижади мөмкинлектәренә дәлил.

Нияз МӘЖИТОВ,
академик.
Читайте нас: