-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2011, 14:16

Нуриманда туризмға иғтибар артасаҡ

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Нуриман райо­нына эш сәфәрендә үҙәк район дауаханаһында 2006 йылда туҡтатылған хужалыҡ корпусы төҙөлөшө менән яҡындан танышып, уны төҙөп бөтөрөү кәрәклегенә баҫым яһаны.

Нуриманда туризмға иғтибар артасаҡ
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Нуриман райо­нына эш сәфәрендә үҙәк район дауаханаһында 2006 йылда туҡтатылған хужалыҡ корпусы төҙөлөшө менән яҡындан танышып, уны төҙөп бөтөрөү кәрәклегенә баҫым яһаны.
«Красный Ключ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә икмәк кеүәҫе һәм эсәр һыуҙы шешәләргә ҡойоу цехтарын ҡарап сыҡты. Артабан уның юлы тау саңғыһы трассаһы аша үтте. Унда ял итеүселәр менән аралашҡанында республика башлығы трассаны юғары баһалауын, бында, комплексты киңәйтеп, сит ил кешеләрен ял итергә йәлеп итеү мөмкинлеген булдырыу тураһында белдерҙе. Красный Ключ ауылындағы «Теремок» балалар баҡсаһы шарттарын бигүк оҡшатманы. Павловка ауылындағы «Светлячок» балалар баҡсаһы, киреһенсә, уға оҡшаны. Президенттың Красный Ключ урта мәктәбе проблемалары менән танышыуы ла белем усағының киләсәге өсөн яҡшы булмаҡсы.
Районда «Павловский парк» туристик тау саңғыһы үҙәгендә юғары ҡунаҡ трассаны үҙе саңғыла һынап ҡараны һәм, бында туристик һәм агроэкологик кластер булдырыу буйынса тейешле мөмкинлектәр бар, тип билдәләне.
Районда алған тәьҫораттары менән үҙ блогында уртаҡлашып, төбәк башлығы уның киләсәген нәҡ туризмды үҫтереү менән бәйләне.