Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2011, 19:49

Өс һөйләм менән

11 ғинуарҙа 65-се йәшендә БР Хө­күмәте Премьер-министрының элек­ке урынбаҫары – Рәсәй Прези­денты ҡарамағындағы Башҡор­тостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиле Ирек Аблаев ҡапыл вафат булды. Ул 1971 йылдан 1994 йылға тиклем СССР Дәүләт именлеге комитетында хеҙмәт итә, 1994 – 1995 йылдарҙа республиканың именлек министры урынбаҫары вазифаһын биләй, 1995 йылда БР-ҙың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһына тәғәйенләнә. ҡайҙа ғына эшләмәһен, Ирек Йомабай улы үҙен юғары профессионализмға һәм яуаплылыҡҡа эйә булған оҫта ойоштороусы итеп күрһәтте.

РФ Дәүләт Думаһы депутаттары 11 ғинуарҙа берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған ваҡытта кеҫә телефонын файҙаланыуҙы рөхсәт итмәү өсөн тауыш бирҙе. Яңылыҡ барыһына ла ҡағыла – БДИ тапшырыусыларҙан алып имтихан үткәреү пункты етәкселәренә тиклем. Әйткәндәй, тыйыу мәктәп олимпиадалары һәм юғары уҡыу йортона инеү имтихандары тапшырғанда ла буласаҡ.

Башҡортостандың эре һәм ур­та­са сәнәғәт предприятиеларының 2010 йылғы эш һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, ыңғай үҫеш динамикаһы һаҡланған. Булған барлыҡ предприятиеларҙың яртыһы тиерлек етештереүҙә көрсөккә тиклемге 2008 йыл кимәленән үткән. Уңышлы эшләүселәр араһында «Башнефть», «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты», «Башҡортостан баҡыры», «Салауатнефтеорг­синтез» йәмғиәттәрен билдәләргә мөмкин.

Ғинуарҙа «Нефтекама автозаводы» йәмғиәте 50 автобус етештерергә күҙаллай, был уҙған йылдың ғинуарына ҡарағанда 20 процентҡа күберәк. Иң юғары үҫеш автосамосвалдар етештереүҙә көтөлә. Айҙың икенсе яртыһында 838 машина сығарыласаҡ, был да былтырғы ошо ваҡыт кимәленән 2,5 тапҡырға күберәк.

Быйыл мартта Башҡортостан­да Өфө – II ҡаласығы участкаһын үҙләштереүҙең иң яҡшы архитектура концепцияһына Бөтә Рәсәй конкурсы үтәсәк. Был ҡаласыҡ баш ҡаланың үҙәк, тарихи өлөшөндә урынлашҡан һәм уға мең ярым йыл самаһы. Археологик ҡомартҡы биләмәһендә музей комплексы төҙөү ҙә планлаштырыла.

Өфөлә республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫеше проблемаларына бәйле «түңәрәк өҫтәл» ойоштороу күҙаллана. Был өлкәлә икенсе тапҡыр уҙғарыласаҡ сараға рәссамдар һәм мәғариф системаһында эшләүселәр саҡырыла. БР Президентының мәҙәниәт буйынса кәңәшсеһе Олег Киреев белдереүенсә, республиканы ысындан да мәҙәни итеүгә өмөт ҙур.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.
Читайте нас: