Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2011, 19:56

Рәсәй сәғәт телдәрен күсереүгә ҡаршы

Ниһайәт, Рәсәй «ҡышҡы ваҡыт»ҡа күсеүҙән баш тартмаҡсы. Хәтерегеҙҙәлер, был турала ҡыҙыу бәхәстәр бер нисә йыл дауам итә. Берәүҙәр яҙлы, көҙлө сәғәт телдәрен йә алға, йә артҡа күсереүҙе әллә күпме уңайһыҙлыҡ тыуҙырыуҙа, икенселәр һаулыҡҡа зыян килтереүҙә ғәйепләне. Әле аныҡ ҡына бер ҡарарға килдек шикелле – ваҡытты үҙгәртеү кәрәкмәй. Ошо тәҡдим февралдә Рәсәй Хөкүмәтендә тикшереләсәк. Мәсьәлә ыңғай хәл ителгән осраҡта, 2012 йылдан илебеҙ cәғәт телдәрен күсереүҙән «азат» буласаҡ. Иң ҡыҙығы, эксперттар фаразлауынса, «ҡышҡы ваҡыт»ҡа күсеүҙән баш тартыу беҙгә 17 процент яҡтылыҡ өҫтәй икән.

Читайте нас: