-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2011, 20:00

Кеше аҡылы, йыһандың үҙе кеүек, сикһеҙ...

Өфөлә 100 миллион һум ялған аҡса эшләгән һигеҙ кешенән торған төркөм ҡулға алындыОшо көндәрҙә республикала бик яңғырауыҡлы енәйәт эше буйынса суд ҡарары сығарылды. Төп енәйәтсе 20 йылға иркенән мәхрүм ител­һә, уның ғаиләһенең ҡалған ағзалары ла байтаҡ ғүмерен рәшәткә артында үткәрәсәк. Ғаилә башлығы үҙенең нәфсеһен тыя алмауҙан яҡындарын да енәйәт юлына баҫтырған.

Кеше аҡылы, йыһандың үҙе кеүек, сикһеҙ...
Өфөлә 100 миллион һум ялған аҡса эшләгән һигеҙ кешенән торған төркөм ҡулға алынды
Ошо көндәрҙә республикала бик яңғырауыҡлы енәйәт эше буйынса суд ҡарары сығарылды. Төп енәйәтсе 20 йылға иркенән мәхрүм ител­һә, уның ғаиләһенең ҡалған ағзалары ла байтаҡ ғүмерен рәшәткә артында үткәрәсәк. Ғаилә башлығы үҙенең нәфсеһен тыя алмауҙан яҡындарын да енәйәт юлына баҫтырған.
Ялған аҡса баҫтырып сығарыусы һәм быға тиклем мутлыҡтар ҡылып, яуаплылыҡтан ҡасып йөрөүе арҡаһында Интерпол ярҙамында Кипрҙан эҙләп табылған Александр Бодров тураһында һүҙ бара. 44 йәшлек әзмәүерҙәй ир көсөн һәм аҡылын, ойоштороу һәләтен яҡшы юҫыҡҡа йүнәлтеү урынына еңел табыш юлына баҫа. ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тигәндәй, уның өҫтө-өҫтөнә енәйәт ҡылыуының, ниһайәт, осо килеп сыға – уларҙың фатирында 100 миллион һумдай ялған аҡса табыла. Шуныһы хайран ҡалырлыҡ: улар купюраларҙы өй шарттарында баҫып сығарған һәм ялған аҡсаны ысынынан кеше түгел, хатта аҡыллы банкоматтар ҙа айыра алмаған. Енәйәтсе еңел юл менән байыр өсөн «тайғаҡ» юлдан китеп, бәлиғ булмаған улын да үҙ артынан эйәрткән. Яман ниәтен бойомға ашырыу өсөн ғәзиз вариҫын, аптырарлыҡ, алдан әҙерләгән – полиграфия училищеһына уҡырға индергән. «Аҡыллы» ирҙең малайының да башы «түңәрәк» булып сыҡҡан – ул аҡсаның дизайнын ғына түгел, сифатын да шул тиклем оҫта башҡарған. Шундай башлы үҫмерҙең һәләте атаһының йүнһеҙлеге арҡаһында вайран булған. Йәл!
Әйткәндәй, ялған аҡса эшләү Бодровтың тәүге енәйәте түгел икән: 2007 йыл башында ул 10 миллион һумлыҡ ҡиммәтле тиренән тегелгән тундарҙы урлап та тотолған булған.
Кеше аҡылы, йыһандың үҙе кеүек, икһеҙ-сикһеҙ, әммә уны яманлыҡҡа түгел, яҡшылыҡҡа йүнәлтеү фарыздыр.