Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2011, 20:06

Билегеҙҙе биштән быуырға әҙерләнегеҙ

Яңы йыл каникулынан һуң иртән эшкә барыусылар, ғәҙәттәге маршрут автобустарына ултырғас, билет хаҡтарының 5-әр һумға артыуын күреп, аптырағандыр. Ысынлап та, ПАЗ-иктарҙа хаҡ 10 һумдан – 15-кә, «ГАЗель»дәрҙә 15-тән 20 һумға артҡан. Бәхеткә күрә, «НефАЗ»дарҙа хаҡ әлегә артмаған, әммә «Башавтотранс» хаҡтарҙы күтәреү-күтәрмәү тураһында әлегә һүҙ ҡуҙғатмай. Уларҙың серлелегенә ҡарағанда, күтәрерҙәр, ахыры. Сөнки дизель яғыулығына һәм бензинға хаҡ артыуын дауам итә бит. «Өфөгортранс» директоры урынбаҫары М. Гәрәев һүҙҙәренсә, улар рәсми теркәлгән пассажир ташыусы 9 компания автобустары хәрәкәтен, маршруттары һанын ғына көйләй ала. Ә хаҡтарға ҡыҫылыштары юҡ, ә рәсми теркәү үтмәгән шәхси компаниялар ҙа байтаҡ.

Билегеҙҙе биштән быуырға әҙерләнегеҙ
Билегеҙҙе биштән быуырға әҙерләнегеҙ
Яңы йыл каникулынан һуң иртән эшкә барыусылар, ғәҙәттәге маршрут автобустарына ултырғас, билет хаҡтарының 5-әр һумға артыуын күреп, аптырағандыр. Ысынлап та, ПАЗ-иктарҙа хаҡ 10 һумдан – 15-кә, «ГАЗель»дәрҙә 15-тән 20 һумға артҡан. Бәхеткә күрә, «НефАЗ»дарҙа хаҡ әлегә артмаған, әммә «Башавтотранс» хаҡтарҙы күтәреү-күтәрмәү тураһында әлегә һүҙ ҡуҙғатмай. Уларҙың серлелегенә ҡарағанда, күтәрерҙәр, ахыры. Сөнки дизель яғыулығына һәм бензинға хаҡ артыуын дауам итә бит.
«Өфөгортранс» директоры урынбаҫары М. Гәрәев һүҙҙәренсә, улар рәсми теркәлгән пассажир ташыусы 9 компания автобустары хәрәкәтен, маршруттары һанын ғына көйләй ала. Ә хаҡтарға ҡыҫылыштары юҡ, ә рәсми теркәү үтмәгән шәхси компаниялар ҙа байтаҡ.
Пассажирҙар ташыусы ҙур компанияларҙың береһе – «Уфа-Лайн»да хаҡтар күтәрелмәгән, әммә был да ваҡытлыса. Сөнки маршрут автобустарының күбеһе дизель яғыулығында йөрөй, ә яғыулыҡҡа хаҡ артҡас, билет хаҡы ла һүҙһеҙ артасаҡ. Быны улар февралгә ҡалдырған.
«Спутник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙенең 257-се «К» маршруты автобусына хаҡты 15 һумдан – 20-гә, 216-сыға 10 һумдан 15-кә күтәрергә мәжбүр булған.
«Башнефть» һәм «Башкирнефтепродукт» заправкаларында дизель яғыулығына хаҡтар 3 процентҡа күтәрелгән, йәғни яғыулыҡтың бер литры элекке 23,6 һум урынына хәҙер 24,3 һум тора. «Лукойл»да хаҡтар 22,6 һумдан 24,4 һумға барып еткән.
Яңы йылдың тәүге көндәре беҙгә бына шундайыраҡ бик үк шатлыҡлы булмаған яңылыҡтар алып килде. Шулай итеп, йәмәғәт, билегеҙҙе биштән быуырға әҙерләнегеҙ. Сөнки хаҡтар артыуы башҡа юҫыҡта ла күҙәтелә.

Й. БАЙЫШЕВА.
Читайте нас: