Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2011, 14:03

«Урал батыр» эпосының аҡ ҡағыҙға төшөрөлөүенә – 100 йыл

Баймаҡтар боронғо ҡомартҡыларға битараф түгелБашҡорт данын бөтә донъя кимәленә күтәргән меңәр йыллыҡ мәшһүр «Урал батыр» эпосыбыҙ ҙа ошо төбәктә Икенсе Этҡол ауылынан 1,5 км алыҫлыҡта ятҡан Бешәтауҙа, Хәмит сәсән утарында 1910 йылда, данлыҡлы Хәмит һәм Ғәбит сәсәндәребеҙ тарафынан һаҡланып, Мөхә­мәтша Буранғолов тарафынан яҙып алына. 1959 йылда Хәмит сәсәндең ейәне, бейеүсе, таҡмаҡсы шағир Алтынғужа Хәмитов һәм ейәнсәре, ошо юлдарҙың авторы тарафынан ҡабаттан тергеҙелә. Сөнки 1958 йылда 83 йәшлек Минһаж Абдулов шул тарихты уларға һөйләгән була. Улар ошо урында шул замандан һаҡланып ятҡан ташты күтәреп ултырта.

«Урал батыр»  эпосының аҡ ҡағыҙға төшөрөлөүенә  – 100 йыл
«Урал батыр» эпосының аҡ ҡағыҙға төшөрөлөүенә – 100 йыл
Баймаҡтар боронғо ҡомартҡыларға битараф түгел
Башҡорт данын бөтә донъя кимәленә күтәргән меңәр йыллыҡ мәшһүр «Урал батыр» эпосыбыҙ ҙа ошо төбәктә Икенсе Этҡол ауылынан 1,5 км алыҫлыҡта ятҡан Бешәтауҙа, Хәмит сәсән утарында 1910 йылда, данлыҡлы Хәмит һәм Ғәбит сәсәндәребеҙ тарафынан һаҡланып, Мөхә­мәтша Буранғолов тарафынан яҙып алына. 1959 йылда Хәмит сәсәндең ейәне, бейеүсе, таҡмаҡсы шағир Алтынғужа Хәмитов һәм ейәнсәре, ошо юлдарҙың авторы тарафынан ҡабаттан тергеҙелә. Сөнки 1958 йылда 83 йәшлек Минһаж Абдулов шул тарихты уларға һөйләгән була. Улар ошо урында шул замандан һаҡланып ятҡан ташты күтәреп ултырта.
Нуғай, Ниғәмәт, Байым, Икенсе Этҡол ауылының оло йәштәгеләре һәр саҡ ошо хаҡта, Хәмит сәсәндең 1910 – 1913 йылдарҙа мировой судья булып һайланыуы, ошо төбәктең абруйлы шәхесе булыуы тураһында һөйләне, тик беҙ уға артыҡ иғтибар бирмәнек.
Ошо ауыл егете, ул ваҡытта Анкара университеты студенты, Ғәйнислам Ибраһимов был эпосты 1996 йылда төрөк теленә тәржемә итеп, киң билдәле китапханалар кәштәһенә һалды.
1987 йылда тарихсы-ғалим Салауат Ғәлләмов «Бөйөк Һәүбән» исемле хеҙмәтендә, Британия китапханаһында тапҡан фактик материалдарға таянып, «Урал батыр»ҙы Гомер мифологияһы менән сағыштырҙы. Салауат Ғәлләмовтың был хеҙмәте күренекле сит ил ғалимдары тарафынан юғары баһаланды. «Урал батыр»ҙың донъя кимәлендә ҙур әһәмиәткә эйә булған иң боронғо эпос булыуы бәхәсһеҙ.
Филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов һәм ЮНЕСКО-ның «Урал батыр» эпосы буйынса бүлеге етәксеһе Ғәйнислам Ибраһимов менән Баймаҡ башҡорттары ҡоролтайында һөйләшеү булды, унда «Урал батыр» эпосы һөйләнгән Бешәтауҙа мемориаль таҡтаташ ҡуйырға тәҡдим ителде.
Был таҡтаташты ҡуйыуҙа ауыл хакимиәте етәксеһе Илдар Рахманғолов, тарих уҡытыусыһы Мораҙым Хәлилов, Хәмит сәсәндең ейәнсәре Сәлимә Әлмөхә­мәтова күп көс һалды. Таҡтаташты матурлап, тирә-яғын тәртипкә килтереүҙә Хәмит сәсәндең бүләһе Риф Хәсәнов, ауылдың ветерандар советы ағзаһы Сөнәғәт Шәрәфетдинов бик ихлас ярҙамлашты. «Урал батыр» эпосының аҡ ҡағыҙға төшөүенә 100 йыл тулды. Күптәр бик ныҡ ҡыҙыҡһына, күрше райондарҙан киләләр, студенттар килә. Баймаҡтың 4-се һәм 2-се мәктәптәре уҡытыусылары уҡыусылары менән ошо таҡтаташҡа экскурсияға килде. «Урал батыр» секцияһы етәксеһе Ғәйнислам Ибраһимов, ғалим Әхмәт Сөләймәнов һәм башҡа ғалимдар: «Беҙҙең маҡсат – боронғо ҡомартҡы юлдары аша үҫеп килеүсе быуын күңеленә изгелек орлоғо һалыу. Филологтар өсөн әһәмиәтле булыуынан тыш, «Урал батыр» – йәш быуын өсөн яңы идеология булырҙай әҫәр. Уны ятлаған, өйрәнгән бала киләсәктә яҙыҡ юлға баҫмаясаҡ, яуызлыҡ ҡылмаясаҡ. Эпос тыуған илгә, тарихыбыҙға, бөйөк үткәндәребеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй, йәшәйеш ҡанундарын боҙмай йәшәргә саҡыра», – ти.
Ошо йүнәлештә Ниғәмәт урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыу­сыһы Рәзилә Сәлимйәнова бик уңышлы эш алып бара. Ул «Урал вариҫтары» түңәрәген етәкләй. Унда уҡыусылар шиғыр яҙырға, эпосты дөрөҫ ятларға өйрәнә. Ул уҡыусыларын «Урал батыр» эпосын яҙып алған урынға алып барҙы, Хәмит сәсәндең ейәнсәре менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыуҙа мәғариф отличнигы Тәнзилә Алтынғужина ла ҡатнашты. Һуңынан сәфәр буйынса бик бай йөкмәткеле асыҡ синыф сәғәте үткәрҙе. Дәрес бик фәһемле булды.

Сәлимә ӘЛМӨХӘМӘТОВА,
Хәмит сәсәндең ейәнсәре,
мәғариф ветераны.
Читайте нас: