-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2011, 22:48

«Социаль ярҙам идеологияһы үҙгәртелергә тейеш»

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов әйтеүенсә, Башҡортостан Прези­денты халыҡты эш урындары, лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итеү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу бурысын ҡуйғайны. Сөнки бөтә өс күрһәткес буйынса беҙ дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән артта ҡалабыҙ. Уныңса, халыҡты эш менән тәьмин итеү мәсьә­ләһе иҡтисад өлкәһенә ҡарай һәм бөгөн ике программа сиктәрендә хәл ителә. Беренсеһе – халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү. Программа федераль бюджет субсидиялары иҫәбенә финанс­лана һәм эш эҙләгән кешеләргә тәғәйенләнгән. Икенсе программа хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов әйтеүенсә, Башҡортостан Прези­денты халыҡты эш урындары, лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итеү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу бурысын ҡуйғайны. Сөнки бөтә өс күрһәткес буйынса беҙ дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән артта ҡалабыҙ.
Уныңса, халыҡты эш менән тәьмин итеү мәсьә­ләһе иҡтисад өлкәһенә ҡарай һәм бөгөн ике программа сиктәрендә хәл ителә. Беренсеһе – халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү. Программа федераль бюджет субсидиялары иҫәбенә финанс­лана һәм эш эҙләгән кешеләргә тәғәйенләнгән. Икенсе программа хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән.
Ике программа структураһында ла бер нисә йүнәлеш бар: ҡайтанан уҡытыу, вакансиялар базаһы менән таныштырыу, бизнес асыуға старт капиталы бүлеү, йәш белгестәрҙең ойошмаларҙа стажировкаһы, инвалидтарҙы һәм балалы ҡатындарҙы эшкә урынлаштырыу. Уның фекеренсә, был йүнәлештәрҙең барыһы ла төбәктә эшһеҙҙәр һанын кәметергә ярҙам итәсәк.
Икенсе мөһим проблема – социаль торлаҡ. Әлеге ваҡытта республикала күп балалы 900 ғаилә торлаҡ алыуға сиратта тора. Уларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге тураһында Фидус Ямалетдинов белдереүенсә, республикала социаль торлаҡ төҙөлөшө буйынса махсус программа әҙерләнгән. Был программа буйынса төҙөлөүсе торлаҡтың 60 проценты эконом-класҡа ҡараясаҡ.