Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2011, 22:47

Кадастр инженерҙары эшләй башланы

1 ғинуарҙан Башҡортостан Республикаһының 47 район һәм ҡалаһында 186 кадастр инженеры эш башланы. Өфөлә – 34 яңы белгес, Стәрлетамаҡта – 11, Октябрьскийҙа – һигеҙ, Тәтешле районында туғыҙ кеше үҙенең һөнәри бурысын үтәүгә тотондо. Учалы, Благовещен һәм Шишмә райондарында алтышар кадастр инженеры буласаҡ. Уҙған йылдың 22 декабрендә кадастр инженерҙарын аттестациялау буйынса квалификация комиссияһының сираттағы ултырышында аттестат алыуға 60 дәғүәсенең ғаризаһы һәм документтары ҡаралған. Квалификация имтиханын тапшырыуға 58 дәғүәсегә рөхсәт бирергә, биш төркөм ойошторорға һәм имтихан тапшырыу өсөн төркөмдәрҙең составын раҫларға ҡарар ителгән.

1 ғинуарҙан Башҡортостан Республикаһының 47 район һәм ҡалаһында 186 кадастр инженеры эш башланы. Өфөлә – 34 яңы белгес, Стәрлетамаҡта – 11, Октябрьскийҙа – һигеҙ, Тәтешле районында туғыҙ кеше үҙенең һөнәри бурысын үтәүгә тотондо. Учалы, Благовещен һәм Шишмә райондарында алтышар кадастр инженеры буласаҡ.
Уҙған йылдың 22 декабрендә кадастр инженерҙарын аттестациялау буйынса квалификация комиссияһының сираттағы ултырышында аттестат алыуға 60 дәғүәсенең ғаризаһы һәм документтары ҡаралған. Квалификация имтиханын тапшырыуға 58 дәғүәсегә рөхсәт бирергә, биш төркөм ойошторорға һәм имтихан тапшырыу өсөн төркөмдәрҙең составын раҫларға ҡарар ителгән.
Квалификация комиссияһының ни бары өс ай эшләүе дәүерендә Башҡортостанда 509 кешегә аттестация үтергә рөхсәт бирелгән. Шулай уҡ ғинуарға имтихандар теҙмәһе раҫланған. Әлеге ваҡытта февралгә имтихандар теҙмәһе төҙөлә.
Республиканың кадастр инженерҙары исемлеге БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының рәсми сайтында урынлашҡан һәм ул даими яңыртыла.
Читайте нас в