Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев йома көндө «зәңгәр экран»дарҙан тура эфирҙа йылға йомғаҡ яһаны. Иң тәү сиратта ул 2010 йылдың иң мөһим биш күренешен атаны. Улар – глобаль иҡтисади көрсөктән сығыу (эске тулайым продукт дүрт процент самаһына күтәрелгән), дәүләттең һәм йәмғиәттең балалыҡҡа, демография үҫешенә яңыса ҡарашы, быйылғы йәйҙең илде «дер һелкеткән» һауа торошо, глобаль һәм эске хәүефһеҙлек темаһы (Рәсәй менән Америка стратегик һөжүм ҡоралдарын ҡыҫҡартыу тураһында килешеү төҙөгән), Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы.
Президент әйтеүенсә, мөһим мәсьәләләр тип башҡа темаларҙы ла атарға мөмкин, мәҫәлән, хоҡуҡ һаҡлау органдары эшен камиллаштырыу буйынса ҡануниәт эшмәкәрлеге. Шулай ҙа йыл дауамында Рәсәй халҡын борсоған, ҡыуандырған, хәүефләндергән, өмөтләндергән ваҡиғалар етерлек булған.
Тотороҡлоҡ тураһында
– Бер тотороҡлоҡ менән генә үҫешеп булмай – драйв та кәрәк. Был – ниҙер эшләргә теләк, үҙ-үҙеңде еңеп сығыу. Кем үҙенең бөтә нәмәһе яҡшы тип уйлай, Куршевелдә ҡалһын.
Манеж майҙанында
– Милиция хоҡуҡ боҙмаусылар менән үҙен ипле тоторға тейеш, ә инде кем дә кем башҡаларҙы туҡмай, ҡаланы емерә, улар тулы ҡеүәтендә яза алырға тейеш!
Әйткәндәй, әле минең бойороғом буйынса Тикшереү комитеты ҡулға алынғандар (Манеж майҙанында) ни өсөн ебәрелгәнен тикшерә. Әгәр ғәйепле тәфтишселәр хаҡында факттар раҫланһа, яза ҡаты буласаҡ. Нимә был: ришүәтселекме, «текә» автомобилдәрҙә килгән «ағайҙар»ҙан ҡурҡыумы?
Милиция һәм полиция тирәләй
– Тәүҙә милиция тәртип һаҡлау өсөн ирекле формирование булған – беҙ уны шулай аңлайбыҙ. Ә профессионалдар бөтә донъяла полиция тип атала.
Юрий Лужков ни өсөн бушатылды?
– Үҙ-үҙеңде рекламалау (пиар) менән түгел, ә эш менән булышырға ине. Етәксенең бурысы – үҙ биләмәһен ҡарау. Беҙ Мәскәүҙе беләбеҙ һәм яратабыҙ. Әле ҡалала бихисап проблема йыйылып киткән. Ришүәтселек тә ҡот осҡос. Яңы мэр яңыса эшләр, тип өмөтләнәм. Ул – эш кешеһе, «йондоҙ сире» менән ауырымай.
Ер мәсьәләһе
– Беҙҙең халыҡ ер участкаһын ябайлаштырылған тәртиптә алырға тейеш. Ауыл хужалығы, ярҙамсы хужалыҡ өсөн генә түгел, ә йәшәү өсөн дә. Халыҡ территориялар буйлап таралырға тейеш, ә бер урында өймәкләшеп йәшәргә түгел. Һәр урында йәшәү өсөн шарттар булдырыу зарур. Бында ошо сәйәсәттең төбәктәрҙә нисек бойомға ашырылыуы ҙур роль уйнаясаҡ.
ЮКОС «эше»
– Президент булараҡ, шулай уйлайым: Президенттың да, башҡа вазифалы кешенең дә, хөкөм ҡарары сығарылмайынса, был һәм теләһә ҡайһы бүтән енәйәти эш тураһында үҙенең фекерен әйтергә хоҡуғы юҡ.
Ришүәтселеккә ҡаршы көрәш хаҡында
– Рәсәй хоҡуҡты һанға һуҡмау менән «ауырый». Законға, судҡа тулы ышаныс бер ҡасан да булманы. Халыҡ көскә һәм яҡшы батшаға ғына ышанды. Был дөрөҫ түгел. Беҙ закондың абруйын күтәреү өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ – кеше ҡурҡышынан законды үтәмәһен, ә уны боҙоу насар икәнен аңлаһын.
Перспективалы сәйәсмәндәр
– Илдә шундай сәйәсмәндәр бар (Медведев һәм Путиндан башҡа). Ошо иҫәпкә РФ Дәүләт Думаһы фракциялары етәкселәре, Касьянов, Немцов, Лимонов, Каспаров инә. Әммә сәйәсмәндәрҙең мөһим ресурсы – илдең һәләтле кешеләре. Унда буласаҡ Премьер-министрҙар ҙа, президент та, депутаттар ҙа бар.
Әсәләр аласаҡ пособиелар
– Бала табыу һәм йөклөлөк буйынса пособиелар яңынан иҫәпләнәсәк. Был мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙарға кире ҡайтасаҡбыҙ әле. Пособие ҡайһы осорҙан сығып һаналасаҡ, уныһын ҡатын-ҡыҙ үҙе хәл итә. Ул нисек теләй, шулай булһын.
Власта оппозиция
– Сәйәсәт урамда ҡалырға тейеш түгел, уның үҙ формалары булыуы мөһим. Әлбиттә, митинг, демонстрация, пикеттарҙы берәү ҙә тыймаған, шулай ҙа улар рөхсәт алынып үткәрелһә, яҡшыраҡ.
«Берҙәм Рәсәй» хакимлыҡ итергә генә түгел, ә аҡылын, такт һәм көсөн күрһәтергә тейеш. Ул «дөрөҫ» кешеләрҙе алға сығарырға, ришүәтселәрҙе, эшләргә теләмәүселәрҙе тейешле кимәлдә артҡа этергә һәм яза бирергә бурыслы. Оппозиция партияларының бөтә мәсьәләләр буйынса ла фекер алышыуҙа ҡатнашыуы мөмкин. Уларҙың оппозицияла булыуы йәмәғәт эштәренән ситләшеүҙәрен аңлатмай. Барлыҡ проблемалар хаҡында ла асыҡтан-асыҡ һөйләргә тейештәр. Был хаҡта телеканалдарҙан, шул иҫәптән төбәк каналдарынан да һөйләһендәр. Сөнки төбәктәрҙә һәр ваҡыт ниҙелер ябыу мөмкинлеге бар.
Травматик ҡоралды тыйырғамы?
– Мин был тема менән үткән йылда уҡ ҡыҙыҡһынып, эске эштәр министрына тейешле закон проекты әҙерләргә ҡушҡайным. Әле ул Дәүләт Думаһында. Закон травматик ҡоралды ҡулланыуҙы сикләүгә ҡайтып ҡала. Енәйәттең айырым бер төрө барлыҡҡа килде – травматик ҡорал йөрөтөүҙе кеше үҙен һаҡлау өсөн генә түгел, ә кемгәлер ташланыу өсөн дә ҡулланырға була тип уйлай. Хәҙер ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, әҙ икән – бөтөнләй тыйып уҡ ҡуйыуыбыҙ ҙа бар.
Әйткәндәй
РФ Президенты Яңы йылды ғаиләһе менән үткәрә. Уның 15 йәшлек улы ла 2011 йылды ата-әсәһе менән ҡаршылаясаҡ.
«Мин уны һирәк күрәм, иғтибарым да етеңкерәмәй. Мауығыуҙарына килгәндә, ошо йәштәге барлыҡ үҫмерҙәрҙекенә оҡшаш – спорт, китап һәм уҡыу... тип өмөтләнәм», – тине Дмитрий Медведев улы хаҡында.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.