Өфөлә аквапарк төҙөләсәк
Башҡортостанда «СорғоттрубоПроводСтрой» компанияһы президенты Игорь Путин менән компанияның директорҙар советы рәйесе Сергей Кошкин булып китте – улар беҙҙең республика менән инвестиция проекттарын бойомға ашырыу өсөн уңайлы майҙансыҡ булараҡ ҡыҙыҡһынды. Республика башлығы менән осрашыуҙарында Стәрлетамаҡта нефть-газ табыусы комплекс объекттарын төҙөү буйынса бэк-офис асыу пландары менән уртаҡлаштылар.