Боҙло ямғыр аптыратты
Быйыл тәбиғәт күстәнәстәрен йәлләмәне – ошо көндәрҙә яуған боҙло ямғырҙан һуң Рәсәйҙә 412 мең кеше утһыҙ ҡалды.
Утһыҙ ҡалған объекттар араһында социаль йүнәлештә эшләгәндәре лә бар. Боҙлауыҡ Мәскәү юлдарында авариялар һанын ҡырҡа арттырҙы. ҡала эсендәге транспорттың насар хәрәкәт итеүе арҡаһында кешеләр эшкә һуңланы, хатта троллейбус һәм трамвай ҙа йүнләп йөрөмәне.
ҡарлы-боҙло ямғыр «Домодедово» аэропортын тулыһынса эштән туҡтатты, «Шереметьево» ла насар эшләне. ҡарҙың йәбешеп яуыуы арҡаһында ағастарҙың ботаҡтары һынып, баш ҡалала 40-ҡа яҡын кеше дауаханаға эләкте.
Һөҙөмтәлә илдең баш ҡалаһы әллә күпме зыян күрҙе. Әле һаман да көн торошо һәйбәтләнде тип әйтеп булмай. Транспорт белгестәре, Яңы йыл байрамы ваҡытында юлдарҙа, урамдарҙа кешеләрҙең күп йөрөүе тағы ла ҡытыршылыҡтар тыуҙырыр, тип ҡурҡа.
Бөйөк Британияға бар!
Һәр йыл һайын Бөйөк Британияла Яңы йыл байрамы алдынан тауарҙар ҙур ташламалар менән һатыла башлай.
Раштыуа, Яңы йылға тиклем аҙна-ун көн Британия магазиндары һатып алыусыларҙан бушамай. Маркетологтар фекеренсә, ошо көндәрҙә магазиндар иң ҙур табыш ала. Һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡала – тауарҙарҙың хаҡы ныҡ төшә.
Британияла Раштыуа байрамынан һуң башланған арзанға тауар һатыу саралары бөтә донъяға билдәле. Шуға ла был көндәрҙә туристарҙың һаны урындағы халыҡтан да артып китә. Кешеләр ҙур сауҙа селтәрҙәре, магазиндар янына төндә үк килеп, сиратҡа баҫа. Унда хатта һуғыштар ҙа булғылай, «тиҙ ярҙам», полиция машинаһы ла һәр ваҡыт әҙер тора. Быйыл, етмәһә, ноябрь, декабрь айҙарында Бөйөк Британияла ныҡ һыуыҡ булды. Шунлыҡтан урындағы халыҡ та магазиндарға һирәк йөрөнө. Ә инде туристар илгә һирәгерәк барырға тырышты. Һөҙөмтәлә күпселек магазиндар килемһеҙ ҡалды.
Дүртенсе тапҡыр еңде
Белоруссия Үҙәк һайлау комитеты президент һайлауҙарында Александр Лукашенконың еңеп сығыуын рәсми раҫланы.
Юҡһа, был һайлауҙар тирәһендә ығы-зығы бер ҙә тынмаҫ кеүек тойола ине. Эш хатта халыҡтың урамдарға сығып, шау-шыу ҡуптарыуына тиклем барып етте.
Үҙәк һайлау комиссияһы хеҙмәткәрҙәренең рәсми мәғлүмәттәре буйынса, Александр Лукашенко өсөн тауыш биреүселәр һаны 79,65 процент тәшкил иткән. Хәҙер белорустарҙың алмаштырғыһыҙ башлығы Президент булып дүртенсегә һайланды. Ул 1994 йылдан алып ил менән етәкселек итә.
Икенсе Черкизов баҙары төҙөлөрмө?
Нимәһе-нимә, әммә Рәсәй Черкизов баҙарынан башҡа йәшәй алмай кеүек тойола – хәҙер эшҡыуарҙар Мәскәүҙең көньяҡ өлөшөндә икенсе «Черкизон» төҙөү теләге менән сығыш яһай башлаған.
Черкизов баҙарында эшләүселәрҙе туплаған профсоюз ойошмаһы етәксеһе Леонид Развозжаев фекеренсә, илебеҙ баш ҡалаһына ошондай баҙар бик кәрәк, имеш.
Баҙарҙы ҡайтанан төҙөү өсөн аныҡ ҡына сумма ла атала. Эшҡыуарҙар яңы Черкизов баҙарын төҙөү өсөн 1 миллиард доллар инвестиция бүлергә теләй. Әлбиттә, уларға федераль йәки баш ҡала кимәлендәге хөкүмәт гарантиялар бирергә тейеш.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.