Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2010, 13:16

Башҡортостанда Дәүләт Советы ултырышын уҙғарыу күҙаллана

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса РФ Дәүләт Советы президиумының ултырышын Башҡор­тостанда үткәрергә тигән тәҡдимен хупланы.– Был тема бик ҡатмарлы һәм күп яҡлы, – тигәйне Д. Медведев Кремлдәге ултырышта. – Шуға ла ул даими ҡаралып торорға тейеш. Бәлки, был темаға арналған Президиум ултырышы Башҡортостанда үтер. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, теманың актуаллеге илдәге милли һәм экстремистик хәрәкәттәрҙең үҫешеүенә нигеҙләнә:– Үкенескә күрә, йәштәр дини йә милли йәһәттән экстремизм идеялары менән көндән-көн күберәк ағыулана бара. Беҙҙең республикала был күренеш булмаһын өсөн беҙ барыһын да эшләйбеҙ. Бөгөн Башҡортостан телеканалы аша ла милләт һәм дин-ара татыулыҡты нығытыу маҡсатында өндәүҙәр алып барыла.А. ЗИННУРОВА.

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса РФ Дәүләт Советы президиумының ултырышын Башҡор­тостанда үткәрергә тигән тәҡдимен хупланы.
– Был тема бик ҡатмарлы һәм күп яҡлы, – тигәйне Д. Медведев Кремлдәге ултырышта. – Шуға ла ул даими ҡаралып торорға тейеш. Бәлки, был темаға арналған Президиум ултырышы Башҡортостанда үтер.
Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, теманың актуаллеге илдәге милли һәм экстремистик хәрәкәттәрҙең үҫешеүенә нигеҙләнә:
– Үкенескә күрә, йәштәр дини йә милли йәһәттән экстремизм идеялары менән көндән-көн күберәк ағыулана бара. Беҙҙең республикала был күренеш булмаһын өсөн беҙ барыһын да эшләйбеҙ. Бөгөн Башҡортостан телеканалы аша ла милләт һәм дин-ара татыулыҡты нығытыу маҡсатында өндәүҙәр алып барыла.

А. ЗИННУРОВА.
Читайте нас: