Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2010, 14:59

Урманда тәртип талап ителә

Республика йортонда урман торошо, уны файҙаланыу, урман эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү мәсьәләләренә арналған ултырыш үтте. Республика Президенты етәкселәрҙән урманды талауға ҡаршы ҡәтғи көрәш алып барыуҙы талап итте. Уның һүҙҙәренсә, был урман сәнәғәте комплексын үҫтереү программаһында айырым пункт булырға тейеш. «Әгәр ҙә урман әҙерләүселәр ағасты ҡырҡыу менән генә шөғөлләнһә, тергеҙеү өсөн бер ни ҙә эшләмәһә, беҙ ҡуртым килешеүен юҡҡа сығарасаҡбыҙ», – тине Рөстәм Хәмитов. Ғөмүмән алғанда, тармаҡта тиҙ арала хәл итәһе проблемалар етерлек.

Урманда тәртип талап ителә
Урманда тәртип талап ителә
Республика йортонда урман торошо, уны файҙаланыу, урман эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү мәсьәләләренә арналған ултырыш үтте. Республика Президенты етәкселәрҙән урманды талауға ҡаршы ҡәтғи көрәш алып барыуҙы талап итте. Уның һүҙҙәренсә, был урман сәнәғәте комплексын үҫтереү программаһында айырым пункт булырға тейеш. «Әгәр ҙә урман әҙерләүселәр ағасты ҡырҡыу менән генә шөғөлләнһә, тергеҙеү өсөн бер ни ҙә эшләмәһә, беҙ ҡуртым килешеүен юҡҡа сығарасаҡбыҙ», – тине Рөстәм Хәмитов. Ғөмүмән алғанда, тармаҡта тиҙ арала хәл итәһе проблемалар етерлек.

Үҫеш программаһы

Республика етәкселеге тарафынан урманды һөҙөмтәле файҙаланыу, һаҡлау, ағас эшкәртеүгә бәйле саралар ғәмәлгә ашырыла. Башҡортостандың урман сәнәғәте комплексын үҫтереү программаһы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта 6000 эш урыны барлыҡҡа килеүен күҙаллай. Киләһе биш-ун йылда бысыу материалдары, активлаштырылған күмер, йыйылма йорт етештереү, ағас эшкәртеү, фанера-плита комбинаты, яңы питомник булдырыу көтөлә. Шулай уҡ ҡариҙел йә Дыуан районында целлюлоза-ҡағыҙ комбинаты төҙөү ҙә планда бар.
Бөгөн республикала меңдән ашыу урман сәнәғәте хужалығы теркәлгән булһа ла (уларҙың 60 проценты – ябай пилорамалар һәм ағас әҙерләүселәр бригадаһы, 30 проценты – мебель етештереү, 5 проценты – ҡатырға һәм ҡағыҙ сығарыу буйынса), яртыһы ғына эшләй. Был тәңгәлдә эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын ике тапҡырға арттырырға кәрәк. Уның өсөн төньяҡ райондарҙа технопарк, ә Йылайыр, Нуриман, ҡариҙел райондарында индустрия паркын булдырыу талап ителә. Белорет, Әбйәлил, Иглин, Дыуан, Өфө райондарында ла тейешле етештереү предприятиелары асыласаҡ. 2020 йылға ошо тармаҡты үҫтереүгә һалынған инвестиция күләме 42 миллиард һумдан артырға тейеш.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров белдереүенсә, урман сәнәғәте предприятиеларын үҫтереү юлы картаһы төҙөлгән. Бында 11 инвестиция проекты ҡарала. Әле Рәсәйҙә ағас эшкәртеү буйынса тиҫтәнән ашыу индустрия паркы проекты ғәмәлгә ашырыла, ә беҙҙә берәү ҙә юҡ. Бындай парктар эшҡыуарҙарҙы сеймал менән тәьмин итергә, ағас эшкәртеүҙе, яңы төр продукция етештереүҙе, аҙ ҡатлы йорттар төҙөүҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк.
Урман эше ағас ҡырҡыу ғына түгел

Ағас әҙерләүсе предприятиелар, һөнәри яҡтан тар белемле булғанлыҡтан, янғын хәүефһеҙлеге, урман культураларын ултыртыуға һүлпән ҡарай. Питомниктар юҡ, ҡоротҡостарға һәм ағас сирҙәренә ҡаршы көрәш тейешле кимәлдә алып барылмай. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларының урман участкаларын оҙайлы ваҡытҡа ҡуртым­ға алыу мөмкинлеге сикле. Банкыларҙа кредиттың юғары процентлы булыуы ла ошо төркөм бизнес субъекттарына инвестиция эшмәкәрлеге алып барыуға аяҡ сала.
Алдынғы ағас эшкәртеүсе илдәрҙә етештерелгән күп функциялы техниканы, ҡорамалдарҙы ҡулланыу йәһәтенән кадрҙар проблемаһы бар.
Президент Рөстәм Хәмитов министрлыҡтан өс төп проблеманы тиҙ арала хәл итеүҙе талап итә: ағас диләнкәләрен биреүҙе контролләү һәм тәртипкә һалыу, кисекмәҫтән урман тергеҙеү эштәрен йәнләндереү, ҡуртым­ға алыусыларҙың республика урмандарында эш алып барыу шарттарын үтәүен тикшереү.

ҡуртымға алыусылар намыҫһыҙ булып сыҡтымы?

БР урман хужалығы министры урынбаҫары Риф Ғүмәров белдереүенсә, урман фонды биләмәһендә 10 525 гектар (план буйынса 10400 гектар) майҙанда тергеҙеү эштәре башҡарылған. Бында күпселек дәүләт унитар предприятиелары эшләгән, ә арендаторҙар планда ҡаралған 2400 гектар майҙандың 741 гектарында ғына эш алып барған. Бер нисә тапҡыр иҫкәртелһәләр ҙә, ағас ултыртыуҙы инҡар иткәндәр. «Башлеспром» (пландың 11 процентын ғына үтәгән), «Селена» (18 процент), «Гранд-Ойл» йәмғиәттәре был юҫыҡта бигерәк тә артта ҡалған. Һуңғыһы бер генә төп ағас та ултыртмаған. Белорет, Әбйәлил райондарында эшләгән ҡуртымға алыусы йәмғиәттәрҙең ниндәй «эшҡыуарлыҡ» ҡылыу­ҙары мәғлүм. Урындағы халыҡ төҙөлөш материалдары ала алмай ҡаңғыра. Арендаторҙар, башлыса, ағас һатыу менән мәшғүл икән.
– Ошо төбәктә йәшәүселәргә төҙөлөш өсөн ағас бирмәгән арендаторҙарҙан арынырға кәрәк. Улар бит килешеү төҙөгәндә үҙ бурыс­тары менән яҡшы танышҡан. Урманға хужа булғас, барыһын да онотҡандармы? Ағасты кем ултыртырға тейеш һуң? – тип, Башҡортостан Президенты урманды һаҡлау­ға һалҡын ҡараусы ҡуртымға алыусылар менән килешеүҙе өҙөргә тәҡдим итте.

Башҡортостан урмандарының дөйөм майҙаны – 6,3 миллион гектар. Был, республика биләмәһенең 44 проценты, тигән һүҙ. Ошо майҙандың 5740 мең гектары БР Урман хужалығы министрлығы ҡарамағында. Ағас материалдары запасы 765 миллион кубометрға етә.
А. ЗИННУРОВА.
Читайте нас: