Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2010, 14:48

Тәбиғәт ҡомартҡылары дүртәүгә артты

Башҡортостандың дүрт тәбиғәт объекты – «Рус Швейцарияһы» (Бәләбәй районы), «Еүеш йырын» (Бишбүләк районы), «Әҙрәсгөл популяцияһы» (Туймазы районы) һәм «Шумилов шарлауығы» (Туй­ма­зы районы) тәбиғи биләмәләре – республика әһәмиәтендәге тә­би­ғәт ҡомартҡыһы, ә улар биләгән территориялар айырым һаҡланған тәбиғәт территориялары тип иғлан ителде.

Был саралар беҙҙәге үҙенсәлекле тәбиғәт ландшафтын һәм рекреацион ресурстарҙы рациональ файҙаланыу өсөн ҡабул ителде.
Тейешле ҡарарға 2010 йылдың 14 декабрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
Әйтергә кәрәк, айырым һаҡлан­ған тәбиғәт биләмәләрендә ниндәй ҙә булһа хужалыҡ эшмәкәрлеге, шул иҫәптән төҙөлөш, мал көтөү, ағас ҡырҡыу (санитар ҡырҡыуҙан тыш), шулай уҡ дарыу үләндәре әҙерләү тыйыла.
Читайте нас: