Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2010, 14:42

Өс һөйләм менән

Благовещен районы хакимиәте башлығы итеп Фәрит Фазылов тәғәйенләнде. Фәрит Хәмит улы Фазылов Саҡмағош районында тыуған, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. 2009 йылдан Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй.

Благовещен районы хакимиәте башлығы итеп Фәрит Фазылов тәғәйенләнде. Фәрит Хәмит улы Фазылов Саҡмағош районында тыуған, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. 2009 йылдан Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй.

Башҡортостан Хөкүмәте 2011 йылға Республика адреслы инвестиция программаһын раҫланы. Ул киләһе йылға дәүләт капитал һалыуҙарының күләмен һәм файҙаланыу йүнәлештәрен билдәләй. Күҙал­ланған ассигнованиеларҙың дөйөм суммаһы – 11,1 миллиард һум.

Рәсәй Ауыл хужалығы ми­нистр­лығы интервенция фонды игененең беренсе партияһын яҡын арала һатырға йыйына. Иген Башҡортостан, Сыуашстан, Ставрополь крайы, Белгород, Волгоград, Воронеж, Калининград, Орел, Курск, Псков, Нижегородка, Новосибирск, Һамар, Һарытау һәм Тамбов өлкәләре араһында бүленәсәк. Елена Скрынник әйтеүенсә, предприятие-элеваторҙары банкротлыҡ стадияһында булған 15 төбәктә 211 мең тонна иген һатыласаҡ.

Яңы йыл байрамдарында Куйбы­шев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһендә ҡала яны поездарының расписаниеһы үҙгәрә. Юл йөрөүселәрҙең үтенесе буйынса Яңы йыл һәм Рождество каникулы көндәрендә электр поездары 31 декабрь – йома, 1–10 ғинуарҙа – йәкшәмбе, 11 ғинуарҙа шишәмбе расписаниеһы буйынса йөрөйәсәк. Шулай уҡ Раевка, Абдуллино, Әшә һәм Урман тарафына өҫтәмә поездар бүленә, ә Инйәргә 11 ғинуарҙа өҫтәмә поезд билдәләнгән, шул уҡ ваҡытта был йүнәлештәге поездар 5 – 6 ғинуарҙа булмаясаҡ.

«Башҡортостан троллейбус заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке генераль директорына ҡарата «вәкәләттәре менән саманан тыш файҙаланыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан уның завод милкен туғанына теркәлгән ярҙамсы предприятиеға һатыуы факты асыҡланған. Тикшереү версияһы буйынса, 2007 йылда уҡ етәксе, үҙ вазифаһынан файҙаланып, директорҙар советы менән кәңәшләшмәйенсә, производствола кәрәкле ҡорамалдарҙы һатҡан, һөҙөмтәлә акционер­ҙарҙың законлы мәнфәғәттәренә 11 миллион һумдан ашыу зыян килтерелгән.

Ағымдағы йылдың 20 декабренә ҡарата халыҡ ихтыяждарында 1303,5 мең кубометр ағас бүленгән. Шул иҫәптән ылыҫлы ағас – 253,6 мең кубометр. Торлаҡ төҙөлөшө өсөн 560,1 мең кубометр ағас бүленеп, 5658 кеше тәьмин ителгән.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.
Читайте нас: