Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2010, 14:36

Өс һөйләм менән

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың ҡушыуы буйынса БР Президенты Хакимиәте менән берлектә Стәрлета­маҡта, Салауатта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа электрон ҡабул итеү бүлмәләре асыуға әҙерлек алып барыла. Электрон ҡабул итеү бүлмәләре федераль округ­тарға һәм Рәсәй Федера­цияһы субъекттарының админис­тра­тив үҙәктәрендә РФ Прези­дентының ҡабул итеү бүлмәләренән кәмендә 100 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙа төҙөлә. Электрон ҡабул итеү бүлмәһе – ул урындағы үҙидара органдары биналарында урынлашҡан абонент пункты.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм уны үҫтереү мәсьәләләре буйынса үткәрелгән БР Хөкүмәте ултырышында БР Президенты Р. Хәмитов, был өлкәлә киләһе йылда һынылыш булырға тейеш, тине. Бүленгән ярҙам эшҡыуарҙарҙың төп өлөшөнә барып етһен өсөн финанс ярҙамына өлгәшеү процедураһын ябайлаштырыу мөһим. ҡуртымға бирелеүсе майҙандарҙы хосусилаштырыуҙы көйләү, финанс ярҙамын күрһәтеү һәм уны бүлеү механизмдарын камиллаштырыу, бизнес юлындағы бөтә административ кәртәләрҙе бөтөрөү фарыз.

Рәсәйҙең Төбәктәр үҫеше министрлығының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ департаменты 2010 – 2011 йылдарҙың көҙгө-ҡышҡы осорона Рәсәй Федерацияһы субъект­тарының башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген баһаланы. Рейтингта Башҡор­тостан дүртенсе урынды яуланы. Һөҙөмтәлелекте баһалау йылытыу миҙгеле башланғандан алып торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаларында авария һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр булыу-булмауынан, торлаҡ фондына һәм ҡаҙанлыҡтарға әҙерлек паспорттарынан сығып билдәләнде.

Благовещен районы муниципаль район хакимиәте башлығы Әнфәс Нуретдинов, икенсе эшкә күсеүе сәбәпле, үҙ вазифаһынан бушатылды. Уның урынына әле контракт буйынса дүрт кеше дәғүә итә. Хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса Николай Иванов башҡара.

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары Лениза Наумова менән Наил Сөләймәнов «Рәсәй Федера­ция­һының атҡаҙанған юғары мәктәбе хеҙмәткәре» тигән абруйлы исемгә лайыҡ булды. Был туралағы Указға Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Юғары исем беҙҙекеләргә фәнни-педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары һәм квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн бирелде.

Өфөлә һаңғырау балалар өсөн мәҙәниәт һарайы асылды. Тантана ишетмәгән балалар өсөн ысын байрамға әйләнде – хәҙер улар кинәнеп бейеү, йыр сәнғәте серҙәренә төшөнәсәк, байрамдар үткәрәсәк. Мәҙәниәт һарайы күңел асыу урыны ғына түгел, телмәр үҫтереү буйынса реабилитация үҙәге лә булып тора.

23 декабрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисткаһы, йырсы Римма Амангилдинаның «Яңы йыл менән!» тип исемләнгән байрам концерты үтәсәк. Унда классик композитор­ҙарҙың йырҙары менән бер рәттән, башҡорт халыҡ йырҙары ла, ғөмүмән, төрлө дәүер йырҙары яңғыраясаҡ. Байрамда йырсының ижадташ дуҫтары ҡатнаша.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.
Читайте нас: