Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2010, 14:44

Р. Хәмитов Дәүләт Советы Президиумы составына инде

Был юлы унда БР Президенты Р. Хәмитов, Яҡутстан Президенты Е. Борисов, Ярославль өл­кә­һе губернаторы С. Вахруков, Коми Респуб­ликаһы Президенты В. Гайзер, Ростов өлкәһе губернаторы В. Голубев, Ямал-Ненец Автоно­миялы Округы губернаторы Д. Кобылкин, Дағстан Республикаһы Президенты М. Магомедов, Иркутск өлкәһе губернаторы Д. Мезенцев инде.Президиум Дәүләт Советының эш планын, шулай уҡ уның сираттағы ултырышының көн тәртибен ҡарай һәм уның эш планының, ҡарарҙарының нисек атҡарылыуын анализлай. Дәүләт Советы Президиумы ултырыштары уға мохтажлыҡ килеп сыҡҡан һайын, тик айына бер тап­ҡырҙан да ҡалмайынса үткәрелә. Уның составын Рәсәй Президенты билдәләй, һәм ул һәр ярты йыл һайын үҙгәртелә. Президиумдың быға тиклемге составын ил башлығы быйыл июндә раҫлағайны.

Был юлы унда БР Президенты Р. Хәмитов, Яҡутстан Президенты Е. Борисов, Ярославль өл­кә­һе губернаторы С. Вахруков, Коми Респуб­ликаһы Президенты В. Гайзер, Ростов өлкәһе губернаторы В. Голубев, Ямал-Ненец Автоно­миялы Округы губернаторы Д. Кобылкин, Дағстан Республикаһы Президенты М. Магомедов, Иркутск өлкәһе губернаторы Д. Мезенцев инде.
Президиум Дәүләт Советының эш планын, шулай уҡ уның сираттағы ултырышының көн тәртибен ҡарай һәм уның эш планының, ҡарарҙарының нисек атҡарылыуын анализлай. Дәүләт Советы Президиумы ултырыштары уға мохтажлыҡ килеп сыҡҡан һайын, тик айына бер тап­ҡырҙан да ҡалмайынса үткәрелә. Уның составын Рәсәй Президенты билдәләй, һәм ул һәр ярты йыл һайын үҙгәртелә. Президиумдың быға тиклемге составын ил башлығы быйыл июндә раҫлағайны.
Читайте нас: