Белорет үҙенең 250 йыллығына кәмендә бер миллиард һум аҡса аласаҡ. Аҡса ҡаланы төҙөкләндереүгә һәм яңы социаль объекттар төҙөүгә тотоноласаҡ.
Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, республикалағы иң мөһим сәнәғәт үҙәктәренең береһе – Белоретта байтаҡ проблемалар асыҡланды. Эшһеҙлектең юғары кимәле, эш хаҡының уртаса республика күрһәткесенән ҡалышыуы (14600 һум, ә республика буйынса – 16500 һум), яңы торлаҡ төҙөү темптарының түбән булыуы – был күрһәткес буйынса Белорет Башҡортостанда 47-се урынды биләй.
Төбәктең артабанғы үҫеше, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, туранан-тура бындағы иң ҙур предприятие – Белорет металлургия комбинатына бәйләнгән. Район ресурстарға – ҡаҙылма байлыҡтар запастарына, урманға, туризмды үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр биреүсе уникаль тәбиғәт ландшафттарына эйә, ә уларҙы үҙләштереү өсөн инвесторҙар йәлеп итергә кәрәк.
«Башинформ».