«Башлеспром» урман әҙерләү компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ябылыу хәүефе янай.
– Мин был компанияға бер аҙнала икенсе тапҡыр кешеләрҙән ялыу ишетәм, – тине республика башлығы. – Бындай ялыуҙар элек тә булды. Улар район хакимиәте башлыҡтарынан, республика ведомстволарынан һәм халыҡтан килә. Әгәр яҡын арала «Башлеспром», үҙенең позицияһын үҙгәртеп, йүнләп эшләй башламаһа, төбәктә уның эшмәкәрлеге туҡтатыласаҡ.
Башҡортостан Президенты шулай уҡ БР Урман хужалығы министрлығының эшен әүҙемләштерергә ҡушты. Ведомствоға ҡарата ул кесе йомала Мәсәғүт ауылында барған кәңәшмәлә тәнҡит һүҙҙәре әйткәйне.