-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2010, 14:48

Балаларҙы күңелле Яңы йыл тамашаһы көтә

Иң матур, иң төп Шыршы байрамдары, әлбиттә, ҡалабыҙҙың күркәм бинаһы – Конгресс-холда үтәсәк. Бында балаларҙы үҙенсәлекле, башҡа йылдарҙағыға оҡшамаған ҡыҙыҡлы тамаша көтә. «Кунг-фу Елка» тип атала ул, балалар яратып ҡараған «Кунг-фу Панда» йәнһүрәтенә таянып эшләнгән.

Иң матур, иң төп Шыршы байрамдары, әлбиттә, ҡалабыҙҙың күркәм бинаһы – Конгресс-холда үтәсәк. Бында балаларҙы үҙенсәлекле, башҡа йылдарҙағыға оҡшамаған ҡыҙыҡлы тамаша көтә. «Кунг-фу Елка» тип атала ул, балалар яратып ҡараған «Кунг-фу Панда» йәнһүрәтенә таянып эшләнгән.
– Яңы йылдар төр­лө була, донъяның һәр мөйөшөндә уны төрлөсә ҡаршылай­ҙар. Беҙҙә Шыршы байрамдары, ғәҙәттә, күптән ҡалыплашҡан сценарийҙар буйынса үтә, бер үк әкиәт герой­ҙары ҡатнаша. Шуға күрә мин был тамашаны бөтөнләй икенсе төрлөрәк итергә уйланым һәм бының өсөн билдәле «Кунг-фу Панда» йәнһүрәтен файҙаландым, – тип һөйләй быйылғы тамашаның режиссеры Илшат Фәхретдинов.
Тамашала 15-кә яҡын герой ҡатнаша. ҡыш бабайҙар ғына дүртәү, хатта Германиянан, Италиянан да килгәндәр, унан тыш, Панда, Олимпия айыуы, Тайлунг, Аждаһа һәм башҡалар бар. Төп герой, әлбиттә, Панда.
Һәр Яңы йыл тамашаһы ниндәйҙер проблеманы хәл итеүгә ҡорола: йә ҡыш бабай­ҙың юлына яуыз көстәр сыға, йә ҡарһылыуҙы урлайҙар, йә Шыршының уттары ҡабынмай... «Ни өсөн Яңы йыл байрамы булмай?» Панда менән Олимпия айыуы был һорауға яуап эҙләй һәм мәсьәләне хәл итеү өсөн бар тырышлығын һала. Һөҙөмтәлә киләсәк йылдың төп геройын ҡотҡаралар. Балаларҙы йыр-бейеүгә бай күңелле тамаша, дәртле мюзикл көтә. Тамашала яңғыраясаҡ матур көйҙәрҙең авторы – республикабыҙҙың билдәле композиторы Урал Иҙелбаев, ә бейеүҙәрҙе оҫта хореограф Сергей Андрианов ҡуйған. Яңы йыл кисәләре Конгресс-холда 22 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем дауам итәсәк.
Илшат Фәхретдинов республиканың иң төп Яңы йыл байрамы – Президент шыршыһының да режиссеры. Бындай яуаплы бурыс­ты уға былтыр әле Санкт-Петербург дәүләт театр сәнғәте академияһы студенты булған саҡта уҡ ышанып тапшыралар. Һәм, әйтергә кәрәк, унынсы тапҡыр үткәрелгән Президент шыршыһы иң матур тамашаларҙың береһе була. Быйыл иһә Илшаттың тәжрибәһе бар, шуға күрә эшләүе лә еңелерәк, ти үҙенең яратҡан шөғөлөнә ең һыҙғанып тотонған йәш режиссер. Әйткәндәй, Президент шыршыһы 22 декабрҙә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән иң һәләтле уҡыусыларҙы үҙенә йыясаҡ. Уҡыу алдынғылары, мәктәп активистары иһә был көндә рәхәтләнеп ял итеп, Конгресс-холда һоҡланғыс Шыр­шы байрамында ҡатнашасаҡ. Матур тамаша менән бергә, уларҙы күңелле йырҙар, ҡыҙыҡлы уйындар, дәртле бейеүҙәр ҙә көтә.

С. НИЯЗОВА.