Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2010, 15:05

35 градусҡа тиклем һыуыҡтар көтөлә

Ял көндәрендә республикала сираттағы һыуыҡ тулҡыны көтөлә. «Башгидромет» синоптиктары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һиҙелерлек һыуыҡ­тар йома көнө башланасаҡ. Бөтә республика буйлап һауа температу­ра­­һының төн­дә 30 – 35 градусҡа тиклем тө­шөүе көтөлә.Дөрөҫ, ҡаты һыуыҡтар алдынан, бөгөн республиканың көнбайыш райондарында, ә иртәгә Баш­ҡортостандың бөтә территорияһында һауа температураһы бер аҙ күтәреләсәк – һыуыҡтар көнсығышҡа күсәсәк. Ә шаршамбыла ябалаҡлап ҡар яуыуы ихтимал. Бер атмосфера фронтын тиҙ арала икенсеһе алмаштырасаҡ. Һәм йомала арктик һауа массаһы республикаға һыуыҡтар килтерәсәк.

35 градусҡа тиклем һыуыҡтар көтөлә
35 градусҡа тиклем һыуыҡтар көтөлә
Ял көндәрендә республикала сираттағы һыуыҡ тулҡыны көтөлә. «Башгидромет» синоптиктары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һиҙелерлек һыуыҡ­тар йома көнө башланасаҡ.
Бөтә республика буйлап һауа температу­ра­­һының төн­дә 30 – 35 градусҡа тиклем тө­шөүе көтөлә.
Дөрөҫ, ҡаты һыуыҡтар алдынан, бөгөн республиканың көнбайыш райондарында, ә иртәгә Баш­ҡортостандың бөтә территорияһында һауа температураһы бер аҙ күтәреләсәк – һыуыҡтар көнсығышҡа күсәсәк. Ә шаршамбыла ябалаҡлап ҡар яуыуы ихтимал.
Бер атмосфера фронтын тиҙ арала икенсеһе алмаштырасаҡ. Һәм йомала арктик һауа массаһы республикаға һыуыҡтар килтерәсәк.

Читайте нас: