Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2010, 17:48

Йүкә барҙа бал булыр

Рөстәм Хәмитов йүкәне ҡырҡыуҙан һәм шулай итеп, республиканың төп байлыҡтарының береһе иҫәпләнгән йүкә балын һаҡлап ҡалырға вәғәҙә бирҙе – был мәсьәлә Мәсәғүт ауылындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡты ҡабул иткәндә күтәрелгәйне.Үҙе лә ағас әҙерләү менән шөғөлләнгән Дыуан районы кешеһе төбәк башлығына урындағы урмандарҙа йүкәнең күпләп ҡырҡылыуына борсолоп мөрәжәғәт итте һәм йүкә үҫкән участкаларҙың диләнкә итеп йыш бүленеүе тураһында һөйләне. Йүкә ағастарының күпләп ҡырҡылыуы арҡаһында әкренләп йүкә балы ла юғаласаҡ, һәм был процес­ты туҡтатмаһаҡ, киләһе быуын уның тәмен татыу форсатынан мәхрүм буласаҡ.

Рөстәм Хәмитов йүкәне ҡырҡыуҙан һәм шулай итеп, республиканың төп байлыҡтарының береһе иҫәпләнгән йүкә балын һаҡлап ҡалырға вәғәҙә бирҙе – был мәсьәлә Мәсәғүт ауылындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡты ҡабул иткәндә күтәрелгәйне.
Үҙе лә ағас әҙерләү менән шөғөлләнгән Дыуан районы кешеһе төбәк башлығына урындағы урмандарҙа йүкәнең күпләп ҡырҡылыуына борсолоп мөрәжәғәт итте һәм йүкә үҫкән участкаларҙың диләнкә итеп йыш бүленеүе тураһында һөйләне. Йүкә ағастарының күпләп ҡырҡылыуы арҡаһында әкренләп йүкә балы ла юғаласаҡ, һәм был процес­ты туҡтатмаһаҡ, киләһе быуын уның тәмен татыу форсатынан мәхрүм буласаҡ.

Читайте нас: