-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2010, 17:47

«Сникерс»ты Мәсәғүт һөтөнән етештерәләр икән

Республика башлығы сәфәре барышында Мәсәғүт һөт-консерва комбинатының эшмәкәрлеге менән танышты. Унда һөт Башҡортостандың биш районынан, шулай уҡ Татарстандан, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренән килтерелә. Предприятиела 28 төрлө һөт продукцияһы етештерелә. Иң мөһиме – «Сникерс», «Марс», «Крафтфудс» һәм башҡа популяр шоколад батондары өсөн киптерелгән һөт. Тәүлегенә 20 тоннаға тиклем етештерелгән һөт Мәскәүгә оҙатыла, сөнки ил баш ҡалаһы етештереүселәре менән ул күптән хеҙмәттәшлек итә. Төбәк башлығы предприятиеның урындағы һөттө сеймал итеп ҡулланырға тейешлегенә баҫым яһаны. Ә бының өсөн комбинат эргәһендә үҙҙәренең фермер хужалығын булдырырға кәрәк.

Республика башлығы сәфәре барышында Мәсәғүт һөт-консерва комбинатының эшмәкәрлеге менән танышты.
Унда һөт Башҡортостандың биш районынан, шулай уҡ Татарстандан, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренән килтерелә. Предприятиела 28 төрлө һөт продукцияһы етештерелә. Иң мөһиме – «Сникерс», «Марс», «Крафтфудс» һәм башҡа популяр шоколад батондары өсөн киптерелгән һөт. Тәүлегенә 20 тоннаға тиклем етештерелгән һөт Мәскәүгә оҙатыла, сөнки ил баш ҡалаһы етештереүселәре менән ул күптән хеҙмәттәшлек итә.
Төбәк башлығы предприятиеның урындағы һөттө сеймал итеп ҡулланырға тейешлегенә баҫым яһаны. Ә бының өсөн комбинат эргәһендә үҙҙәренең фермер хужалығын булдырырға кәрәк.