-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2010, 17:46

Мәсәғүттәрҙең проблемалары хәл ителәсәк

Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап эш сәфәре сиктәрендә Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында үҙенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте.

Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап эш сәфәре сиктәрендә Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында үҙенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте.
Төбәк башлығына һигеҙ кеше килде. Уларҙың күптән борсоған һорауҙары торлаҡҡа, районда эш урындарын арттырыуға, Төньяҡ ҡасабаһында мәктәп һәм балалар баҡсаһы, район үҙәгендә бассейн төҙөүгә ҡағылды. Ауыл халҡы шулай уҡ Мәсәғүттә Сәнәғәт урамын киңәйтергә йә ауыл янынан урау юл төҙөргә кәрәклеге хаҡында һөйләне. Эш шунда: район үҙәгенең ҡап уртаһынан Өфө менән Екатеринбургты тоташтырыусы магистраль үтә, һәм был билдәле уңайһыҙлыҡтар, ҡасаба халҡы именлегенә хәүеф тыуҙыра. Бынан тыш, урамда тротуар ҙа, төнгө уттар ҙа юҡ һәм был хәлде тағы ла киҫкенләштерә.
Президент кешеләрҙе ҡабул итеү барышында күтәрелгән ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итергә вәғәҙә итте.

* * *
БР Президенты Дыуан районының Мәсәғүт ауылында республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары етәкселәре менән үткәргән кәңәшмәһендә төбәкте үҫтереү буйынса маҡсатлы программа булдырыласағы тураһында хәбәр итте.
Программаны эшләүгә дүрт ай тирәһе ваҡыт кәрәгәсәк. Ул бер нисә йылға иҫәп тотоп эшләнәсәк. Программаны бойомға ашырыуға республика һәм урындағы бюджеттан аҡса бүленәсәк, һәр райондың ихтыяжы иҫәпкә алынасаҡ. Йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә ҡараласаҡ.