-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2010, 17:51

Бәғзеләре ҡыҫҡартыласаҡ, бәғзеләре үҙгәртеләсәк

Республика йортонда дәүләт унитар предприятиеларының үҫеш перспективалары һәм идаралыҡ системаһын реформалаштырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.БР Президенты бөгөн Башҡортостанда һөҙөмтәһеҙ эшләүсе 177 дәүләт унитар предприятиеһы булыуын, ә акционерҙар йәмғиәттәре менән сағыштырғанда, уларҙың дәүләттән ҙурыраҡ льготалар алыуын билдәләп үтте. Был предприятиелар бюджеттан 50 миллиард һумға тиклем аҡса ала, шул уҡ ваҡытта 40 миллион һум килем алып еткермәй. Дәүләт унитар предприятиелары хөкүмәт контролендә түгел, был уларға активтарҙы урлауға, беренсе етәкселәргә саманан тыш ҙур эш хаҡы түләүгә һәм тағы күп төрлө манипуляцияларға юл аса. Уның фекеренсә, республикала дәүләт унитар предприятиелары һаны күпкә кәметелергә тейеш – 96 дәүләт унитар предприятиеһы ашығыс реформалауға мохтаж, ә 80-е әкренләп ҡайтанан ойоштороласаҡ.Дәүләт унитар предприятиеларын реформалау буйынса ҡарар проектын әҙерләүҙе Президент республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына йөкмәтте.

Республика йортонда дәүләт унитар предприятиеларының үҫеш перспективалары һәм идаралыҡ системаһын реформалаштырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.
БР Президенты бөгөн Башҡортостанда һөҙөмтәһеҙ эшләүсе 177 дәүләт унитар предприятиеһы булыуын, ә акционерҙар йәмғиәттәре менән сағыштырғанда, уларҙың дәүләттән ҙурыраҡ льготалар алыуын билдәләп үтте. Был предприятиелар бюджеттан 50 миллиард һумға тиклем аҡса ала, шул уҡ ваҡытта 40 миллион һум килем алып еткермәй. Дәүләт унитар предприятиелары хөкүмәт контролендә түгел, был уларға активтарҙы урлауға, беренсе етәкселәргә саманан тыш ҙур эш хаҡы түләүгә һәм тағы күп төрлө манипуляцияларға юл аса. Уның фекеренсә, республикала дәүләт унитар предприятиелары һаны күпкә кәметелергә тейеш – 96 дәүләт унитар предприятиеһы ашығыс реформалауға мохтаж, ә 80-е әкренләп ҡайтанан ойоштороласаҡ.
Дәүләт унитар предприятиеларын реформалау буйынса ҡарар проектын әҙерләүҙе Президент республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына йөкмәтте.