Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үҙенең бойороғо менән Шамил Вахитовты Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Бығаса ул Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын биләне, ә уға тиклем республиканың ауыл хужалығы министры булды.