Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2010, 19:14

Салауат эҙҙәре буйлап

Кисә ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты делегацияһы «Балтик буйы диалогы – Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап» халыҡ-ара акцияһында ҡатнашыу өсөн сәфәргә юлланды.Был сара ха­лыҡ-ара донъя халыҡтары диа­логы һәм мә­ҙәниәтен яҡы­найтыу йылы сигендә үтә.Эстония, Лат­вия һәм Лит­­вала Баш­ҡор­тостан де­легацияһының рәсми осра­шыу­­ҙарын үт­кәреү күҙалланған. Шул иҫәптә Пал­диски ҡалаһы етәкселеге, ошо тө­бәк­тәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән әңгәмәләр, Салауат Юлаев исеме менән бәйле иҫтәлекле урындарға сәйәхәт ҡаралған. Балтик буйының һәр дәүләтендә Башҡортостан тураһында күргәҙмә, артистар сығышы буласаҡ. А. ЗИННУРОВА.

Салауат эҙҙәре буйлап
Салауат эҙҙәре буйлап
Кисә ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты делегацияһы «Балтик буйы диалогы – Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап» халыҡ-ара акцияһында ҡатнашыу өсөн сәфәргә юлланды.
Был сара ха­лыҡ-ара донъя халыҡтары диа­логы һәм мә­ҙәниәтен яҡы­найтыу йылы сигендә үтә.
Эстония, Лат­вия һәм Лит­­вала Баш­ҡор­тостан де­легацияһының рәсми осра­шыу­­ҙарын үт­кәреү күҙалланған. Шул иҫәптә Пал­диски ҡалаһы етәкселеге, ошо тө­бәк­тәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән әңгәмәләр, Салауат Юлаев исеме менән бәйле иҫтәлекле урындарға сәйәхәт ҡаралған. Балтик буйының һәр дәүләтендә Башҡортостан тураһында күргәҙмә, артистар сығышы буласаҡ.

А. ЗИННУРОВА.
Читайте нас: