Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2010, 19:04

Һәр шишмәнең үҙ исеме булһын

Һыу стратегияһы буйынса яңыраҡ үткән парламент тыңлауҙарында нефть предприятиелары эшмәкәрлеге ар­ҡаһында республиканың бер нисә райо­ны йәшәү мөмкинлеге яраҡһыҙ зонаға әйләнгән: 70 йыл нефть табыу эше алып барыу осоронда ер аҫты һыуҙары нефть скважиналарына тоҙ иретмәһе ебәреүҙән зыян күргән.

«Башнефть» АНК-һы» асыҡ акционер­ҙар йәмғиәте президенты Виктор Хорошавцев, компания идараһы ултырышының көн тәртибенә нефть предприятиелары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә зыян күргән райондарҙы һыу менән тәьмин итеү тураһындағы пункт индерелгән – яңы һыу үткәргестәр төҙөүҙе «Башнефть» үҙ өҫтөнә ала, тип белдерҙе.
Ул шулай уҡ «Башҡортостан шишмәләре» программаһы буйынса республикала быға тиклем тәрбиә күрмәгән 160 шишмәнең төҙөкләндереләсәге тура­һында ла хәбәр итте. Һәр шишмәгә исем биреләсәк, компания хеҙмәткәр­ҙәре уларҙы үҙ тәрбиәһенә аласаҡ.
Читайте нас: