Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2010, 19:05

Беҙҙең вертолеттар сит илдә лә киң танылыу алған

Болгария Күмертауҙа етештерелгән Ка – 32А11ВС вертолет моделе менән ҡыҙыҡһына. Был «тимер ҡош­»то «ҡанатлы янғын һүндереүсе һәм ҡотҡарыу­сы вертолет» тип йөрөтәләр. «Өфө» халыҡ-ара аэропортында уҙғарыл­ған матбуғат конференцияһы башланғанға тиклем Күмертау авиация-производство предприятие­һы менән Бол­га­рияның «БИ ЕЙЧ ЕРЪ» авиакомпанияһы араһында аралашсы булып торған «Тех­пром­сервис» ябыҡ акционерҙар йәм­ғиәте» яңы техниканың тышҡы һәм эске йөҙөн, нимә менән йыһазландырылыуын, техник мөмкинлектәрен күрһәтте

Беҙҙең вертолеттар сит илдә лә киң танылыу алған
Беҙҙең вертолеттар сит илдә лә киң танылыу алған
Болгария Күмертауҙа етештерелгән Ка – 32А11ВС вертолет моделе менән ҡыҙыҡһына. Был «тимер ҡош­»то «ҡанатлы янғын һүндереүсе һәм ҡотҡарыу­сы вертолет» тип йөрөтәләр.
«Өфө» халыҡ-ара аэропортында уҙғарыл­ған матбуғат конференцияһы башланғанға тиклем Күмертау авиация-производство предприятие­һы менән Бол­га­рияның «БИ ЕЙЧ ЕРЪ» авиакомпанияһы араһында аралашсы булып торған «Тех­пром­сервис» ябыҡ акционерҙар йәм­ғиәте» яңы техниканың тышҡы һәм эске йөҙөн, нимә менән йыһазландырылыуын, техник мөмкинлектәрен күрһәтте.
Беҙҙең вертолетҡа ихтыяж көндән-көн арта бара – 2015 йылға тиклем төрлө илдәргә 182 техника берәмеге оҙа­тылыр­ға тейеш. Ка – 32А11ВС, санитар һәм ҡотҡарыусы машина булараҡ, донъяның төрлө мөйөштәрендә сыҡҡан урман, ҡала янғындарына ҡаршы кө­рәштә мөһим роль уйнай. Ка – 32 тибындағы вертолеттарҙы уңыш­лы ҡулланыу һөҙөмтәһендә меңәрләгән урман янғыны һүндерелгән, сәсеүлектәр һаҡлап алып ҡалынған.

Т. АМАНОВ.
Читайте нас: