Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2010, 18:02

Тәүгеһе һуңғыһы булмаһын

Кисә Өфөнөң Завод урамында энергия һаҡлау йәһәтенән һөҙөмтәле аҙ ҡатлы йорт хужаларына тапшырылды. Был йорт Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды программаһын тормошҡа ашырыу барышында төҙөлгән.

Ошо айҡанлы Өфөгә Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Константин Цицин килде. Уның әйтеүенсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында бындай йорттарҙы артабан да төҙөү мөмкинлеге бар. Беҙҙәге инженерлыҡ селтәрҙәре аҙ ҡатлы йорттарҙы төҙөүгә бик уңай.
ҡунаҡтар, төҙөүселәр йортто ҡарағанда энергияны экономиялаусы дүрт-биш ҡатлы йорттарҙы сафҡа индереү мөмкинлектәре тураһында һүҙ алып барҙы. Әлбиттә, беҙҙең сәнәғәт тармағы был йортто төҙөгәндә ҡулланған һәр нәмәне етештерә алмай. Шуға ла был йорт төҙөүселәр өсөн бик ҡиммәткә төшә.
Яңы өс ҡатлы йортта – 33 фатир. Уларҙың дөйөм майҙаны 1234,8 квадрат метр тәшкил итә. Проектты тормошҡа ашырыу барышында авария хәлендәге 6 йортта йәшәүсе халыҡ яңы фатирҙарға күсерелгән.
Читайте нас в