Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2010, 17:50

Өс һөйләм менән

Өфөлә Президент лицейы асылыуы ихтимал. Был турала БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың уҡытыусылар – Башҡортостандың муниципаль берәмектәре вәкәләтле органдары депутаттары менән осрашыуында БР мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов хәбәр итте. Талантлы балалар һаны буйынса Баш­ҡортостан Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙы биләй, шунлыҡтан Мәғариф ми­нистрлығы ошондай тәҡдим менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленә мөрәжәғәт иткән.

Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһының сираттағы ултырышында төбәктең 67 территориаль һайлау комиссияһының яңы составы ойошторолдо. Һайлау тураһында закондарға ярашлы, уларҙың вәкәләтлек срогы – биш йыл. Бөтә комиссияларға рәйестәр тәғәйенләнде, территориаль һайлау комиссияларының яңы составына 624 кеше инде.

«Россия – 1» телеканалының «Уфимское Времечко» программаһы журналистары урманда яраҡлылыҡ ваҡыты бөтмәгән «МоноГриппол плюс» дарыу препараттары складын тапҡан. Был препарат былтыр «сусҡа киҙеүе» тип аталған юғары патогенлы H1N1 вирусына ҡаршы көрәшеү өсөн етештерелгән булған. Әлеге ваҡытта был хәлдең сәбәптәрен Өфө ҡала хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы ҡарамағында ойошторолған махсус комиссия асыҡларға маташа, эште баш ҡаланың Калинин районы прокуратураһы үҙ контроленә алған.

Яңыраҡ ҡына «Башинформ­связь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Салауат Ғайсин Почет орденына лайыҡ булғайны. Был юлы РФ Президенты Дмитрий Медведевтың Указы менән Башҡортостан Республикаһы Юғары суды рәйесе Михаил Тарасенко Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде. Михаил Ивановичҡа юғары бүләк оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәте өсөн бирелде.

«Өфө моторҙар эшләү произ­водство берекмәһе» асыҡ акционер­ҙар йәмғиәтенең инновация проекттары менән идара итеү белгесе Азат Нурғәлиев «Йәш таланттар» номинацияһында «Алтын идея» милли премияһы лауреаты тип танылды. Уның хәрби-техник хеҙмәттәшлек, ҡоралдар һәм хәрби техника өлгөләре эшкәртеү һәм етештереү өлкәһендәге ҡаҙаныштары шулай билдәләнде. «Авиация сәнәғәтендә проект технологик процестарҙы эшкәртеүҙең нейроструктура ысу­лы» эше производствола математик моделдәр һәм яһалма интеллектты ҡулланыуға арналған.
Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне
Читайте нас: