Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2010, 17:52

Ректорҙар советы рәйесенә яңы кандидат күрһәтелде

Башҡортостан юғары уҡыу йорттары ректорҙар советының Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры, техник фәндәр докторы, профессор Морат Ғөзәйеровтың кандидатураһын республиканың ректорҙар советы рәйесе вазифаһына күрһәтеү тураһындағы тәҡдимен Президент Рөстәм Хәмитов хупланы.

Республика вуздары ректорҙар советының әлеге ваҡыттағы эшмәкәрлеген Президент ыңғай баһаланы һәм уның ярҙамында хәл ителергә тейешле бурыстарҙы атаны. Ул мәғариф, фән һәм производство тармағын координациялауҙы, вуздарҙа үҫешкән инновацион инфраструктура булдырыуҙы әүҙемләштерергә саҡырҙы. Төп учреждениелар базаһында иҡтисадтың айырым тармаҡтары буйынса белем биреү үҙәктәре ойоштороу­ҙың мөһимлеге билдәләнде.
«Беҙҙә федераль әһәмиәттәге университет булдырыу өсөн барыһын да эшләйәсәкмен. Уның нефть химияһы, химия, нанотехнологиялар мәсьә­ләләрендә махсуслашыуы мөмкин. Беҙҙең алдынғылар исемлегенең уртаһында торорға хаҡыбыҙ юҡ, беҙ лидер булырға тейешбеҙ», – тине Рөстәм Хәмитов.
Читайте нас: