Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2010, 17:51

Иҡтисадсы-ғалимдар менән осрашыу

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй Фәндәр академияһы Иҡтисад институты директорының беренсе урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Дмитрий Сорокин, Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең (Новосибирск) Иҡтисад һәм сәнәғәт производствоһын ойоштороу институты директоры урынбаҫары Виктор Суслов менән осрашыуы ваҡытында илдең төп ғалимдары тәҡдим иткән иҡтисад моделдәрен ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәре тураһында һүҙ алып барылды.

Республика башлығы, бөгөн һәр төбәк алдында модернизациялау, технологик һәм иҡтисади яңыртыу бурысы тора, тип билдәләне. Ғалимдар Башҡортостандың комплекслы үҫеш стратегияһы кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Академик Президент китапханаһы өсөн Рөстәм Хәмитовҡа Рәсәй Фәндәр академияһы Иҡтисад институты ғалимдарының һуңғы бер нисә йылдағы хеҙмәттәрен бүләк итте.
Илдең һәм БДБ илдәренең төп ғалимдары Өфөгә «Мәғариф, фән һәм модернизация» яңы иҡтисади ассоциацияһының Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы базаһында үткән йыллыҡ тематик конференцияһының төбәк сессияһында ҡатнашыу өсөн килгән.
Читайте нас: