Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2010, 17:57

Өфө аэропорты – «Йыл компанияһы»

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты Рәсәй Федерацияһының «Йыл компанияһы – 2010» милли премияһы лауреаты булды. Рәсәй Транспорт министрлығы һәм Федераль һауа транспорты агентлығы (Росавиация) премияға дәғүә итеүгә өс интенсив үҫешеүсе авиапредприятиены, шул иҫәптән «Өфө» аэропортын күрһәтте. Премия халыҡ-ара статусҡа эйә. Ул ватан баҙарында эшләүсе компаниялар эшмәкәрлегенә Рәсәй йәмәғәтселегенең һәм донъя бизнес-берләшмәһенең иғтибарын йәлеп итеү, Рәсәй иҡтисадын нығытыуға, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға, ватан компанияларының инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген күтәреүгә, илдең донъя иҡтисади системаһына интеграцияһына булышлыҡ итеү маҡсатын ҡуя. Лауреаттарҙы билдәләү ике этапта үтте. Дәүләт власы, бизнес һәм йәмәғәтселек вәкилдәренән торған эксперт советы ағзаларының йәшерен тауыш биреүе һөҙөмтәһендә «Өфө» халыҡ-ара аэропорты лауреат тип танылды.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты Рәсәй Федерацияһының «Йыл компанияһы – 2010» милли премияһы лауреаты булды.
Рәсәй Транспорт министрлығы һәм Федераль һауа транспорты агентлығы (Росавиация) премияға дәғүә итеүгә өс интенсив үҫешеүсе авиапредприятиены, шул иҫәптән «Өфө» аэропортын күрһәтте. Премия халыҡ-ара статусҡа эйә. Ул ватан баҙарында эшләүсе компаниялар эшмәкәрлегенә Рәсәй йәмәғәтселегенең һәм донъя бизнес-берләшмәһенең иғтибарын йәлеп итеү, Рәсәй иҡтисадын нығытыуға, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға, ватан компанияларының инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген күтәреүгә, илдең донъя иҡтисади системаһына интеграцияһына булышлыҡ итеү маҡсатын ҡуя.
Лауреаттарҙы билдәләү ике этапта үтте. Дәүләт власы, бизнес һәм йәмәғәтселек вәкилдәренән торған эксперт советы ағзаларының йәшерен тауыш биреүе һөҙөмтәһендә «Өфө» халыҡ-ара аэропорты лауреат тип танылды.
Читайте нас: