-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2010, 16:20

Ҡартая белмәгән Бьорндален

Швецияла уҙған биатлон буйынса донъя кубогының беренсе этабы тамамлана ла инде. Рәсәй спортсылары, алты төр, йәғни ҡыҙҙар – өс һәм ир-ат өс ярышта уҙышып, бөтөнләй һөҙөмтәгә өлгәшә алманы. Һуңғы төр бәйгелә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-ат эҙәрлекләү ярышында көс һынашты.

Беренсе булып гүзәл заттар стартҡа сыҡты. Рәсәй ҡыҙҙары был юлы ла биатлон һөйөүселәрен ҡыуандыра алманы. Ольга Зайцева менән Светлана Слепцова 6 – 7-се урындарҙы бүлешһә, Екатерина Юрлова – 12-се, Анна Богалий-Титовец 15-се булып финишҡа килде. Анна Булыгина менән Яна Романова көслө 40 биатлонсы исемлегенә лә инә алманы. Дөйөм өс ярыш һөҙөмтәһе буйынса Зайцева алтынсы урынға сыҡһа, Слепцова –унынсы. Ир-ат та призерҙар исемлегенән ситтә ҡалды. Антон Шипулин – алтынсы, Максим Максимов – унынсы, Евгений Устюгов менән Алексей Волков 22 – 23-сө урындарҙы бүлеште. Ә инде яҡташыбыҙ Максим Чудов, 20 сәптең 11-нә яҙа атып, бөтөнләй 55-се урынға тәгәрәне. Бына шулай.
Был этапта Норвегияның атаҡлы спортсыһы Уле Эйнар Бьорндален менән Эмиль Хетле Свендсен айырым маҡтауға лайыҡ. Улар икеһе генә үҙ-ара бар ярыштарҙа ла беренсе-икенсе урындарҙы бүлеште. ҡыҙҙарҙан Финляндия биатлонсыһы Кайса Мякяряйнен ике тапҡыр еңеүсе булды. Шулай уҡ Швеция ҡыҙҙары ла мәргәнлеген күрһәтте.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.