-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2010, 16:48

Ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөүгә – өҫтәмә федераль транш

ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөүгә федераль ҡаҙнанан Башҡортостан сентябрь башында 3 миллиард 88 миллион һум күләмендә бюджет кредиты алғайны. Был сумманың 35 проценты (1 миллиард 80 миллион һум) миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен үткәреүгә субсидиялар биреүгә йүнәлтелде, ҡалған өлөшө ауыл хужалығы тауар­ҙары етештереүселәренең мал аҙығы әҙерләү, һатып алыуға киткән сығымдарын компенсациялауға китте.

Быға өҫтәп, Рәсәй Хөкүмәте Бойороғо, БР Хөкүмәте һәм РФ Финанс министрлығы араһындағы Килешеү менән, ҡоролоҡтан зыян күргән төбәктәр бюджетының тигеҙлеген тәьмин итеү буйынса сараларға ярҙам итеү маҡсатында республикаға федераль бюджеттан 459,045 миллион һум күләмендә дотация бүленде. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән субсидиялар биреү тәртибе билдәләнгән, һәм улар, страховкаланған һәләк булған ауыл хужалығы культуралары майҙанының 1 гектарына – 365 һум һәм страховкаланмаған 1 гектарға 352 һум ставкаһынан сығып, шунда уҡ зыянды ҡаплауға йүнәлтелгән.
Яҡын арала РФ Хөкүмәте төбәктәргә йәнә бер транш йүнәлтергә ниәтләй. Башҡортостанға 406 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.