Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2010, 00:32

Яҡташыбыҙ Өфөгә эш сәфәре менән килеп ҡайтты

Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина эш сәфәре менән Өфөлә булды. Республика башлығы менән бергә ул «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә предприятиеның производство потенциалы менән танышҡас, уның инвестициялар йәлеп итерлек шарттары булыуын билдәләне. Рөстәм Хәмитов республика етәкселеге яғынан предприятие­ға ярҙам күрһәтелеүенә, атап әйткәндә, социаль йәһәттән ярҙам булыуы хаҡында белдерҙе.Яҡташыбыҙ предприятиела РФ субъекттарының инвестиция йәлеп итеү мөмкинлеген күтәреү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Һуңынан БР Иҡтисади үҫеш министрлығы менән Калуга һәм Ульяновск өлкәләренең ошондай уҡ министрлыҡтары араһында инвестицион эшмәкәрлек йәһәтенән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Читайте нас: