-11 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2010, 00:24

Донъя яңылыҡтары

Евроны һынау көтәИрландияның иҡтисади хәлен ҡотҡарыу үҙе бер махсус операцияға әйләнде. Финанс проблемаһы кисергән ил тәүҙә ярҙамдан баш тартһа ла, Евросоюз комиссияһы барыһын да хәл итте. Көрсөккә ҡаршы пакет күләме 85 миллиард евро тәшкил итә. Хатта Евросоюзға инмәгән илдәр ҙә ярҙам күрһәтергә риза. Бөйөк Британия, Швеция, Дания Ирландияға туранан-тура ике яҡлы заем бирмәксе. Заем буйынса ставка йылына 5,83 процент буласаҡ, кредит өс йылға иҫәпләнгән. Ә кире ҡайтарыу ваҡыты – ете йыл ярымға тиклем. Ирландия был аҡсаны ҡайҙа тотонасағын хәл иткән дә инде: 35 миллиард евро банк системаһын нығытыуға, 50 миллиарды хөкүмәт сығымдарын финанслауға ебәреләсәк. Европаның финанс министрҙары осрашыуында һүҙ Ирландия тураһында ғына бармаған. Сара барышында Европа илдәре өсөн тотороҡло махсус механизм әҙерләнгән. Ул, иҡтисади проблема тыуа ҡалһа, тәүге этапта уҡ сара күреүҙе күҙ уңында тота.

Евроны һынау көтә

Ирландияның иҡтисади хәлен ҡотҡарыу үҙе бер махсус операцияға әйләнде.
Финанс проблемаһы кисергән ил тәүҙә ярҙамдан баш тартһа ла, Евросоюз комиссияһы барыһын да хәл итте. Көрсөккә ҡаршы пакет күләме 85 миллиард евро тәшкил итә. Хатта Евросоюзға инмәгән илдәр ҙә ярҙам күрһәтергә риза. Бөйөк Британия, Швеция, Дания Ирландияға туранан-тура ике яҡлы заем бирмәксе. Заем буйынса ставка йылына 5,83 процент буласаҡ, кредит өс йылға иҫәпләнгән. Ә кире ҡайтарыу ваҡыты – ете йыл ярымға тиклем. Ирландия был аҡсаны ҡайҙа тотонасағын хәл иткән дә инде: 35 миллиард евро банк системаһын нығытыуға, 50 миллиарды хөкүмәт сығымдарын финанслауға ебәреләсәк. Европаның финанс министрҙары осрашыуында һүҙ Ирландия тураһында ғына бармаған. Сара барышында Европа илдәре өсөн тотороҡло махсус механизм әҙерләнгән. Ул, иҡтисади проблема тыуа ҡалһа, тәүге этапта уҡ сара күреүҙе күҙ уңында тота.

Рәсәйҙә үтмәҫ, тимә...

2 декабрҙә Цюрихта 2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионатын ҡайҙа үткәреүҙе хәл итәсәктәр.
Хәтерегеҙҙә булһа, уны Рәсәйҙә уҙғарыу өсөн заявка бирелгәйне. РФ спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко: «Рәсәй был турала етди тәҡдим индереп, Европа илдәре араһында аутсайдер булһа, әле фаворит хәлендә. Ошо хәлдән сығыу маҡсатында беҙ был хоҡуҡ өсөн бар көстө туплап көрәшәсәкбеҙ», – тип белдерҙе. Министр фекеренсә, илебеҙҙең оло сараны ойошторорлоҡ мөмкинлеге етерлек, идеяны дәүләт тә ҡеүәтләй. Әммә әҙерлек сиктәрендә, Рәсәйҙә кәмендә алтмышлаған күнекмә үҙәктәре төҙөү талап ителә. Был да отошло. Ни өсөн тигәндә, киләсәктә әлеге «мираҫ» футбол һөйөүселәргә ҡаласаҡ. Ә әлегә донъя чемпионатын үткәреү урыны тип Рәсәйҙең һайланыуын теләргә генә ҡала.
Лондонда метро эшләмәй

Лондонда метро хеҙмәткәрҙәре ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты.
Баш күтәреү дүшәмбелә иртән башланды. Һөҙөмтәлә ер аҫты юлдары ябыҡ, ҡала урамдарында һушты алырлыҡ юл тығындары барлыҡҡа килде. Был – метро хеҙмәткәрҙәренең һуңғы ике айҙа дүртенсе тапҡыр ҡаршылыҡ акцияһы ойоштороуы. Манифестанттар етәкселектең билет кассаларынан 800-ләп хеҙмәткәрҙе ҡыҫҡартыуына ризаһыҙлыҡ белдерә. Ә профсоюз вәкилдәре, ҡыҫҡартыуҙар ғәмәлдә тағы ла күберәк буласаҡ, тигән фекерҙә. Йәғни ике меңдән ашыу кешенең эш урынын юғалтыуы ихтимал. Лондонда көн һайын өс миллиондан ашыу кеше метрола йөрөй. Ер аҫты юлының бер көн туҡтап тороуынан ғына 50 миллион фунт стерлинг килем юғаласаҡ.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.