Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2010, 00:27

Һалымдар эшҡыуарҙарға ҡиммәткә төшә

Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙға­рыл­ған «Башҡортостан Республика­һын­да эшҡыуарлыҡ көндәре» форумы сиктәрендә «Башҡортостан Респуб­ли­каһы – ысын эштәр төбәге» тигән дискуссион майҙансыҡта РФ Премьер-министры В. Путинға Асыҡ хат ебәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Сәбәбе – 2009 йылдың 27 июлендә сығарылған Федераль законда 2011 йылдың 1 ғинуарынан берҙәм социаль һалымдың Пенсия фондына, Социаль страховкалау фондына, Мотлаҡ медицина страховкалауҙың федераль һәм территориаль фондына страховка иғәнәләрен түләү менән алмаштырылыуы һәм һөҙөмтәлә эшҡыуарҙар түләйәсәк һалымдарҙың 2,4 тапҡырға артыуы. Эшҡыуарҙар был үҙгәреште яйлап, ун йыл эсендә этаплап үткәреүҙе һорай. Юғиһә йүнселдәр был йөкләмәне күтәрә һәм эштәрен үҫтерә алмаясаҡ. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙға­рыл­ған «Башҡортостан Республика­һын­да эшҡыуарлыҡ көндәре» форумы сиктәрендә «Башҡортостан Респуб­ли­каһы – ысын эштәр төбәге» тигән дискуссион майҙансыҡта РФ Премьер-министры В. Путинға Асыҡ хат ебәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Сәбәбе – 2009 йылдың 27 июлендә сығарылған Федераль законда 2011 йылдың 1 ғинуарынан берҙәм социаль һалымдың Пенсия фондына, Социаль страховкалау фондына, Мотлаҡ медицина страховкалауҙың федераль һәм территориаль фондына страховка иғәнәләрен түләү менән алмаштырылыуы һәм һөҙөмтәлә эшҡыуарҙар түләйәсәк һалымдарҙың 2,4 тапҡырға артыуы. Эшҡыуарҙар был үҙгәреште яйлап, ун йыл эсендә этаплап үткәреүҙе һорай. Юғиһә йүнселдәр был йөкләмәне күтәрә һәм эштәрен үҫтерә алмаясаҡ.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының
матбуғат хеҙмәте
.
Читайте нас в