Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2010, 16:37

Маньяк тотолған!

Был әҙәм заты ниндәй ҙә булһа иғтибарға бөтөнләй лайыҡ түгел. Сөнки уның намыҫында – бер нисә кеше ғүмере. Маньяк-үлтереүсе Сергей Мартынов, ниһайәт, ҡулға алынған, тип хәбәр итә интернет селтәрендә төрлө сығанаҡтар. Уның енәйәт географияһы киң – һуңғы биш йылды ғына алғанда ла, Кемерово ҡалаһы, Удмуртия, Нижегородка, Орлов, Владимир, Новгород өлкәләрендә ҡорбандары бар. Тикшереүселәр асыҡлауынса, күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙарға һөжүм иткән, кескәй баланы ла көсләгән. Башҡортостанда ла быйыл августа 70 йәшлек ҡатынды көсләп, үлтереп киткән. Һуңғы төйәге – Воронежда берәҙәк ҡатын уның ҡулынан үлгән. Шуныһы ҡот осҡос: ул үлтереп кенә ҡалмай, ә ҡорбандарының эске органдарын (башлыса, йөрәген йә енес ағзаларын) ҡырҡып алған.

Маньяк тотолған!
Маньяк тотолған!
Был әҙәм заты ниндәй ҙә булһа иғтибарға бөтөнләй лайыҡ түгел. Сөнки уның намыҫында – бер нисә кеше ғүмере. Маньяк-үлтереүсе Сергей Мартынов, ниһайәт, ҡулға алынған, тип хәбәр итә интернет селтәрендә төрлө сығанаҡтар.
Уның енәйәт географияһы киң – һуңғы биш йылды ғына алғанда ла, Кемерово ҡалаһы, Удмуртия, Нижегородка, Орлов, Владимир, Новгород өлкәләрендә ҡорбандары бар. Тикшереүселәр асыҡлауынса, күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙарға һөжүм иткән, кескәй баланы ла көсләгән. Башҡортостанда ла быйыл августа 70 йәшлек ҡатынды көсләп, үлтереп киткән. Һуңғы төйәге – Воронежда берәҙәк ҡатын уның ҡулынан үлгән. Шуныһы ҡот осҡос: ул үлтереп кенә ҡалмай, ә ҡорбандарының эске органдарын (башлыса, йөрәген йә енес ағзаларын) ҡырҡып алған.
Воронеж ҡалаһының бер кафеһында электрик булып эшләгән сағында ҡулға ала уны Башҡор­тостан милиционерҙары. Әҙәм аҡтығы ҡасып та өлгөрмәй, ҡаршылашып та маташмай. Ә һорау алғанда енәйәттәре хаҡында хатта йылмая-йылмая һөйләй.
«Мин арыным. Үлтерегеҙ ҙә ҡуйығыҙ. Һеҙгә лә еңел булыр, миңә лә», – тип көрһөнөү ҡатыш әйтеп һала ул тәфтишселәргә. Әммә йәшәгеһе килгәне, иреккә сығырға өмөтләнгәне йөҙөнә яҙылғанлығын һиҙә тикшереүселәр. Әлегә үлтереүсегә ғүмерлеккә хөкөм ителеү янай. Был ғына еңел яза түгелме икән?

Айсын АҡБУЛАТОВА.
Читайте нас в