-11 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2010, 18:03

«Ҡулдарығыҙҙағы сөйәл күп нәмә тураһында һөйләй»

Кисә Өфөлә Конгресс-холда күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте – ул иҫәп буйынса 88-сеһе булды. Унда республика райондарынан килгән 49 әсә ҡатнашты. Уларҙың күпселеге – хужабикәләр. Әммә араларында уҡытыусылар, почтальондар, социаль хеҙмәткәр, һауынсы, дауахана һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре, китапхана мөдире һәм бухгалтер ҙа бар.

«Ҡулдарығыҙҙағы сөйәл күп нәмә тураһында һөйләй»
Кисә Өфөлә Конгресс-холда күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте – ул иҫәп буйынса 88-сеһе булды.
Унда республика райондарынан килгән 49 әсә ҡатнашты. Уларҙың күпселеге – хужабикәләр. Әммә араларында уҡытыусылар, почтальондар, социаль хеҙмәткәр, һауынсы, дауахана һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре, китапхана мөдире һәм бухгалтер ҙа бар.
– Беҙҙең һеҙгә ярҙам әллә ни ҙур түгел, әммә был юҫыҡта эш алып барабыҙ. Торлаҡ мәсьәләһе, мәҫәлән. Йәки балалар баҡсаһы етешмәүе. Төҙөйәсәкбеҙ уларҙы, – тине республика башлығы Рөстәм Хәмитов, әсәләр алдында сығыш яһап.
Йыл башынан биш һәм унан да күберәк балаһы булған 340 әсә юғары наградаға лайыҡ булған. Миҙал менән бергә уларға 8700 һум күләмендә аҡсалата премия ла бирелде.
– Миҙал беҙгә балаларыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ, матурыраҡ тәрбиәләү яуаплылығын йөкмәй, – тине Дыуан районынан килгән Наталья Горбунова яуап сығышында. – Балаларҙы һәм әсәләрҙе яҡлау буйынса күрһәткән хәстәрлегегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Рөстәм Зәки улы, тантананы тамамлап, залда ултырған бәхетле ҡатындар­ға былай тип мөрәжәғәт итте:
– Минең бер улым һәм бер ҡыҙым бар. Өлкәнәйә килә ғаиләлә өс-дүрт, бәлки, биш бала булыуы яҡшыраҡ икәнлеген аңланым. Уларҙы аяҡҡа баҫтырыуы, әлбиттә, еңел түгел. ҡулығыҙҙы ҡыҫҡанда усығыҙҙағы сөйәлдәр һеҙҙең барығыҙҙың да тырыш, эшһөйәр әсәләр икәнлегегеҙҙе дәлилләне. Эйе, һеҙҙе уста ғына йөрөтөрлөк тә бит. Тормош юлдаштарығыҙға һәм балаларығыҙға сәләмдәремде еткерегеҙ.
«Башинформ».