Өс һөйләм менән
Өфөлә «ҡатын-ҡыҙ йыл директоры» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтте. Иң төп баһаға – «Бизнес корифейы» номинацияһына – «Учалы теген фабрикаһы» йәмғиәте директоры Фәйрүзә Степаненко лайыҡлы тип табылды. Еңеүселәр араһында Лилиә Зәйнуллина (Нефтекама), Гүзәлиә Ишмакова (Стәрлетамаҡ), Рәсимә Сәлихова (Салауат ҡалаһы), Гөлнара Хоҙайназарова (Бөрйән), Ирина Кирьянова (Бәләбәй) бар.