Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2010, 21:28

Республика йәштәре фекер алышты

Башҡортостандың йәмәғәт берләшмәләре барлыҡҡа килеүҙең 90 йыллығына арналған Республика йәштәре форумында муниципаль райондарҙа һәм ҡалаларҙа Республика йәштәре хәрәкәтенә йомғаҡ яһалды. «БР демократик йәштәр союзы – Рәсәй Йәштәр союзының йәштәр ойошмаһы», «Башҡортостан пионеры», «Бергә», «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Йәш гвардияһы», «Студент отрядтары штабы», студенттарҙың «Айсек-Өфө», Рәсәй скауттары ойошмаһының БР бүлеге, «Йәштәрҙең граждандар мәғрифәтселек союзы», «Башҡортостандың мәҙәни мираҫы» ойошмалары вәкилдәре йәштәр һәм балалар хәрәкәтен үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм киләһе йылға үҫеш тенденцияһын билдәләне.

Читайте нас: